Шаран ауылынан шәхси эшҡыуар Надежда Дәүләтова үҙенең икмәкханаһын дәүләт ташламалы кредитлау ярҙамында уңышлы үҫтерә. Башҡортостан микрокредит компанияһынан алынған 2,5 миллион һум займ уға алға этәргес биргән. Йүнселгә микрофинанс ярҙамы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы булдырылған “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) нигеҙендә бирелгән. – Беҙҙең республикала бәләкәй һәм урта бизнестың уңышлы үҫеше өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Шуның өсөн дә эшҡыуарҙарға киң финанс, консультация алымдарын тәҡдим итәбеҙ, улар иң ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыуға нигеҙ һала. Отошло шарттарҙағы микрокредитлау программаларына айырым иғтибар бүленә, – ти Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина. Шаран йүнселе бындай ярҙам буйынса тәүге тапҡыр ғына мөрәжәғәт итмәй. Тәүге займды 2020 йылда алған. Бөгөн уның икмәкханаһы – районда икмәк һәм икмәк-ҡалас ризыҡтары етештереү буйынса берҙән-бер