Найти в Дзене

Дәүләт хеҙмәттәре порталында яңы бүлек барлыҡҡа килде

Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәттәре порталында балалы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн уңайлыраҡ булһын өсөн яңы бүлектәр асылған. Улар өсәү: һаулыҡ һаҡлау, социаль яҡлау, мәғариф. Социаль әһәмиәтле хеҙмәттәрҙе электрон формаға күсереү, шулай уҡ яңы сервистар булдырыу — "Мәғлүмәт иҡтисады" милли проектындағы (национальный проект "Экономика данных и цифровая трансформация государства") төп бурыстарҙың береһе, тип хәбәр итә республиканың Дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министрлығының матбуғат хеҙмәте. – Беҙ дәүләт ярҙамын һәр кем белһен өсөн тырышабыҙ, шуға күрә республика дәүләт хеҙмәттәре порталында уңайлы бүлектәр эшләйбеҙ. Хәҙер балалы ҡатын-ҡыҙҙар бөтә ярҙам саралары хаҡында мәғлүмәтте тиҙерәк таба ала, ваҡыттарын әрәм итмәй. Мәғлүмәт 19 төрлө осраҡҡа бүлеп урынлаштырылған, – тип асыҡлай Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин. Әсәләр өсөн бүлек Башҡортостан дәүләт хеҙмәттәре порталының төп битенә ҡуйылған. Бында балалар тарбиәләгән ғаиләләргә ярҙам саралары, кәрәкле

Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәттәре порталында балалы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн уңайлыраҡ булһын өсөн яңы бүлектәр асылған. Улар өсәү: һаулыҡ һаҡлау, социаль яҡлау, мәғариф. Социаль әһәмиәтле хеҙмәттәрҙе электрон формаға күсереү, шулай уҡ яңы сервистар булдырыу — "Мәғлүмәт иҡтисады" милли проектындағы (национальный проект "Экономика данных и цифровая трансформация государства") төп бурыстарҙың береһе, тип хәбәр итә республиканың Дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министрлығының матбуғат хеҙмәте. – Беҙ дәүләт ярҙамын һәр кем белһен өсөн тырышабыҙ, шуға күрә республика дәүләт хеҙмәттәре порталында уңайлы бүлектәр эшләйбеҙ. Хәҙер балалы ҡатын-ҡыҙҙар бөтә ярҙам саралары хаҡында мәғлүмәтте тиҙерәк таба ала, ваҡыттарын әрәм итмәй. Мәғлүмәт 19 төрлө осраҡҡа бүлеп урынлаштырылған, – тип асыҡлай Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин. Әсәләр өсөн бүлек Башҡортостан дәүләт хеҙмәттәре порталының төп битенә ҡуйылған. Бында балалар тарбиәләгән ғаиләләргә ярҙам саралары, кәрәкле документтар, мөрәжәғәтте ҡарау ваҡыты тураһында мәғлүмәт бирелгән, йыш борсоған һорауҙарға яуап табып та була. Бынан алда республикабыҙҙың Дәүләт хеҙмәттәре порталында МХО яугирҙәре һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам тураһында бүлек эшләп киткәйне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ошо йылдың ғинуарынан РФ Президенты В.В. Путин ҡарары менән күләмлерәк итеп яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла. Фото: БР Дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министрлығы сайтынан.