Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

800 тикшереү үткәрелгән дә инде

Нефтекама дауаханаһына ике “Парус” күсмә рентген аппараты килтерелде. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. Рентген аппараттары килтерелгәндән һуң 800 тикшереү үткәрелгән дә инде. Әйткәндәй, һанлы рентген күсмә аппараттары пациенттарға, рентген кабинетындағы шарттарҙан тыш, диагностикалау өсөн уңайлы. Табип-рентгенологтың да эш урыны автоматлаштырылған, уға һүрәтте компьютер эшкәртеүе, медицина документтарын архивҡа һалыу йәһәтенән отошло. Сығанаҡ: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы; фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.