Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Милли проект йәштәрҙе хеҙмәткә өйрәтә

Туймазы ҡалаһындағы 8-се мәктәптең хеҙмәт кабинетына яңы ҡорамал алынды, был эш “Йәштәр һәм балалар” милли проектына (национальный проект “Молодежь и дети”) ярашлы тормошҡа ашырылды, тип хәбәр иттеләр урындағы хакимиәттән. “Быға тиклем миңә уҡыусы ҡыҙҙарҙың береһен таҡта янына сығарып, уның ярҙамында башҡаларға үлсәмдәрҙе нисек алырға икәнен күрһәтә торғайным. Хәҙер инде ошо йәһәттән манекен бар. Уның “кәүҙәһе”нең үлсәмдәре күп үҫмерҙәрҙең параметрҙарына тура килә. Беҙҙә ҙур көҙгө лә юҡ ине. Ә әйберҙе кейеп ҡарағанда уның тотош кәүҙәлә нисек күренгәнен төрлө яҡлап байҡау мөмкинлеге булырға тейеш”, – тип һөйләне 8-се мәктәптең хеҙмәт уҡытыусыһы Лилиә Фәйзуллина. Бынан тыш, кабинетҡа электр теген машинаһы ла алынған. Шулай уҡ бында әйберҙе бесеү өҫтәле һәм махсус йыһазландырылған үтекләү зонаһы бар. Ә һыҙма, графика үҙенсәлектәрен ҡыҙҙар проекторлы компьютер ярҙамында өйрәнә. “Йәштәр һәм балалар” милли проекты йәш быуын вәкилдәренең һәләтен үҫтереү, уларға үҙаллы камиллашыу мөмкинлеген к

Туймазы ҡалаһындағы 8-се мәктәптең хеҙмәт кабинетына яңы ҡорамал алынды, был эш “Йәштәр һәм балалар” милли проектына (национальный проект “Молодежь и дети”) ярашлы тормошҡа ашырылды, тип хәбәр иттеләр урындағы хакимиәттән. “Быға тиклем миңә уҡыусы ҡыҙҙарҙың береһен таҡта янына сығарып, уның ярҙамында башҡаларға үлсәмдәрҙе нисек алырға икәнен күрһәтә торғайным. Хәҙер инде ошо йәһәттән манекен бар. Уның “кәүҙәһе”нең үлсәмдәре күп үҫмерҙәрҙең параметрҙарына тура килә. Беҙҙә ҙур көҙгө лә юҡ ине. Ә әйберҙе кейеп ҡарағанда уның тотош кәүҙәлә нисек күренгәнен төрлө яҡлап байҡау мөмкинлеге булырға тейеш”, – тип һөйләне 8-се мәктәптең хеҙмәт уҡытыусыһы Лилиә Фәйзуллина. Бынан тыш, кабинетҡа электр теген машинаһы ла алынған. Шулай уҡ бында әйберҙе бесеү өҫтәле һәм махсус йыһазландырылған үтекләү зонаһы бар. Ә һыҙма, графика үҙенсәлектәрен ҡыҙҙар проекторлы компьютер ярҙамында өйрәнә. “Йәштәр һәм балалар” милли проекты йәш быуын вәкилдәренең һәләтен үҫтереү, уларға үҙаллы камиллашыу мөмкинлеген киңәйтеүгә йүнәлтелгән. Төп маҡсаттар – мәктәптәр төҙөү, ремонтлау, педагогтарҙың квалификацияһын күтәреү, яңы уҡытыу алымдары, уңайлы шарттар булдырыу. Милли проект шулай уҡ донъя кимәлендә кампустар селтәрен үҫтереүҙе, “Өҫтөнлөк 2030” программаһы нигеҙендә юғары уҡыу йорттарына булышлыҡ ҡылыуҙы күҙ уңында тота. Билдәле булыуынса, яңыртылған милли проекттар, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, 2025 йыл башынан алып тормошҡа ашырыла. Фото: bash.news