Бөрйән районының Мәндәғол ауылы халҡы махсус хәрби операция яугирҙәренең ғаиләһенә ярҙам итергә тырыша. – Ауылдың әүҙем кешеләре менән махсус хәрби оперцияла батырҙарса һәләк булған ауылдашыбыҙ Азамат Иманғолов һәм әлеге мәлдә махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән Линар Иманғоловтың атаһы Зәбир Йосоп улының картуфын дәррәү генә барып ҡаҙып сығарып ҡайттыҡ. Зәбир ағайҙың ҡыуанып ҡалыуын күреү бик һөйөнөслө булды. Өмәселәрҙе тәмле ашы менән дә һыйланы әле ул. Гел шулай берҙәм булайыҡ, ауылдаштар, – тип хәбәр итәләр Мәндәғол ауыл клубы төркөмөндә. Афариндар! Мәндәғолдарҙың изге ғәмәлдәре башҡаларға ла өлгө булһын. Фото: Мәндәғол ауыл клубы төркөмөнән.