Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

Башҡортостанда пилотһыҙ осоу ҡоролмалары тураһында мәғлүмәт таратыу яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ

Башҡортостанда пилотһыҙ осоу ҡоролмалары тураһында мәғлүмәт таратыу яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ Республика башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған Указға ярашлы, төбәктә киң мәғлүмәт сараларында, Интернетта, социаль селтәрҙәрҙә пилотһыҙ осоу аппараттарын видеоға һәм фотоға төшөрөп һалыу тыйыла. Пилотһыҙ осоу ҡоролмаларының төрөн, осош урынын, бәрелгән урынды, траекторияһын, аппарат йүнәлтелгән объектты, зыян килгән майҙансыҡ тураһында мәғлүмәт таратыу яуаплылыҡҡа тарттырыла. Ҡағиҙәләрҙе инҡар итеүселәргә штраф ҡаралған. Уның күләме граждандарға 3000 һумдан 5000 һумға, етәкселәргә 10 000 һумдан 30 000 һумға, юридик шәхестәргә 100 000 һумдан 500 000 һумға тиклем.

Башҡортостанда пилотһыҙ осоу ҡоролмалары тураһында мәғлүмәт таратыу яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ

Республика башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған Указға ярашлы, төбәктә киң мәғлүмәт сараларында, Интернетта, социаль селтәрҙәрҙә пилотһыҙ осоу аппараттарын видеоға һәм фотоға төшөрөп һалыу тыйыла. Пилотһыҙ осоу ҡоролмаларының төрөн, осош урынын, бәрелгән урынды, траекторияһын, аппарат йүнәлтелгән объектты, зыян килгән майҙансыҡ тураһында мәғлүмәт таратыу яуаплылыҡҡа тарттырыла.

Ҡағиҙәләрҙе инҡар итеүселәргә штраф ҡаралған. Уның күләме граждандарға 3000 һумдан 5000 һумға, етәкселәргә 10 000 һумдан 30 000 һумға, юридик шәхестәргә 100 000 һумдан 500 000 һумға тиклем.