Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Вуз-ара кампуста - яңы резидент

Бөгөн Өфөләге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусы биләмәһендә яңы резидент – А.М. Моратшин исемендәге Стандартлаштырыу һәм метрология үҙәге эшләй башланы. Сара ҡатнаш форматта үтте. Төп спикер – үҙәк директоры Сергей Севницкий “Росстандарт”тың метрологик белем биреү кластеры” проекты тураһында һөйләне һәм төбәктә стандартлаштырыуҙы, техник көйләүҙе үҫтереү йәһәтенән яңы майҙансыҡтың әһәмиәтен билдәләне. – Был майҙансыҡ предприятиеларҙы техник көйләү һәм стандартлаштырыу өлкәһенлә эште өҫтәмә рәүештә еңеләйтеү мөмкинлеген бирәсәк. Беҙҙең белгестәр консультация бирә, кампус нигеҙендә ғилми берләшмәләр тормошҡа ашырған ғилми-тикшеренеү проекттарына булышлыҡ итә аласаҡ, – тине ул. Майҙансыҡты асыу тантанаһында федераль Стандартлаштырыу институты директоры Денис Миронов ҡатнашты. Сарала Стандартлаштырыу һәм метрология үҙәгенең кампус резиденттары, ғилми-белем биреү учреждениелары менән үҙ-ара эш итеүе, төбәктәге фәнни-техник инфраструктураны үҫтереү һәм фән, мәғариф һәм сәнәғәт араһында бәйләнештәрҙе нығытыу мәсьәләләре буйынса фекер алыштылар. – Әле Өфөләге Вуз-ара кампусында 36 вуз-ара лаборатория, инновациялы объект һәм ғилми үҙәк эшләй. Республиканың биш таяныс юғары уҡыу йорто индустриаль партнерҙар һәм Евразия ғилми-белем биреү үҙәге менән бергә эшләй. Тикшеренеүҙәр даирәһе бик киң һәм был процесс туҡтамай. Өфөлә донъя кимәлендәге Вуз-ара студенттар кампусын төҙөй башлағанда беҙ тап ошондай һөҙөмтәгә иҫәп тотҡайныҡ, – тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. Мәғлүм булыуынса, Президент Владимир Путиндың күрһәтмәһенә ярашлы, Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре ойошторола. 2030 йылға илебеҙҙә 25 кампустан торған йондоҙлоҡ барлыҡҡа килергә тейеш. Рәсәй Хөкүмәте, Мәғариф Һәм фән министрлығы ошо йүнәлештә эш алып бара. Әле «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында ошондай 24 студенттар ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа етәсәк. Башҡортостан заманса кампустар селтәре ойоштроу буйынса федераль проект тормошҡа ашырылған тәүге төбәктәрҙең береһе булды. Әйткәндәй, республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров яңы резидент - А.М. Моратшин исемендәге Стандартлаштырыу һәм метрология үҙәге тураһында социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә лә яҙып сыҡты. Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.