“Ярты йыл элек ирем менән айырылдыҡ. Сәбәбе – уның хыянаты. Ҡатын-ҡыҙ һиҙмәй буламы инде, әлбиттә, мин дә белә, һиҙә инем. Йәшерәк саҡта ошо сәбәпле ғаиләлә үҙ-ара ҡаңғырыу, иреш-талаш та булманы түгел, булды, әммә йәшәй-йәшәй нисектер тынысландым, балалар, йорт, эш мәшәҡәттәре менән йылдар бер-бер артлы үтә торҙо. Ирем насар кеше булманы: юғары белемле, яҡшы карьера яһаны, беҙҙе мохтажлыҡта йәшәтмәне. Балалар үҫеп еткәс, мин дә күберәк үҙемә, эшемә иғтибар йүнәлттем – уҡыу йортонда директор урынбаҫары булып киттем. Улыбыҙ өйләнеп, Себер тарафтарында төпләнде, ҡыҙыбыҙ Өфөгә уҡырға инде. Балалар үҙалланып сығып киткәс, ирем менән ара бөтөнләй һыуынған кеүек булды. Шулай йәшәп ятҡанда, ул башҡа кешене осратыуы, минән китергә теләүе хаҡында белдерҙе. Әлбиттә, башта шаңҡып ҡалдым. Шулай ҙа һыр бирмәнем, “дүрт яғың – ҡибла” тигән төҫ яһаным. Бына ярты йыл яңғыҙым йәшәйем. Фатирҙы ла, шәхси йортобоҙҙо ла һатыуға ҡуйғанбыҙ. Тормош, бәлки, ошолай дауам итеп, яңғыҙлығыма ла өйрәнер инем. Әммә... күптән түгел ирем килеп инде. Ғәфү үтенә, ныҡ яңылыштым, ти. Һурылып, йонсоп киткән. Ҡарайып торған күлдәк яғаһын күреп, бигерәк эсем бошто. Мин бит уны бер ҡасан да ундай керле күлдәктә йөрөтмәнем... Ни эшләптер тап шул минутта ул миңә ныҡ яҡын, ҡәҙерле кеше булып тойолдо... Бына хәҙер ҙур һынау алдындамын: ғәфү итергәме, юҡмы? Бер яҡтан, йылдар буйы бергәләп йыйған донъяны туҙҙырғым да килмәй. Олоғайып килгәндә, донъя бүлеп, яңғыҙ-ярым ҡалып ултырыу ҙа дөрөҫ аҙым түгел кеүек... Атаһының ҡылығын иң ауыры ҡыҙыбыҙ ҡабул итте. Әле лә кисерә алмай, хыянатсы тип ҡарай. Ул үҙ шартын ҡуя: атайҙы кире индерһәң, мин Өфөнән бөтөнләй ҡайтмаясаҡмын, ти. Үҙем педагог булараҡ, 18 йәшлек баланың ундай ҡылығын аңлайым, әлбиттә. Әммә әлегә аныҡ ҡына ҡарарға ла килә алмайым...” (Фәнзилә исемле ҡатындың һөйләгәндәренән яҙып алынды). Нәсих Хәлисов фотоэтюды.