👏«Мисс Рәсәй» матурлыҡ конкурсында республикабыҙҙан 18 йәшлек модель ҡатнаша Башҡортостан исеменән Өфө агентлығы моделе, «Мисс Башҡортостан-2025» республика конкурсы еңеүсеһе Элиза Сөләймәнова сығыш яһай. Элизаға 18 йәш, ул сығышы менән Сибай ҡалаһынан. Рәсәй хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының 3-сө курсында уҡый. Ҡыҙҙың буйы – 177 сантиметр. «Беҙҙең студияла Элиза биш йылдан ашыу шөғөлләнә, — тип һөйләй директор Линара Таһирова. — Элиза республикала уҙғарылған барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаша, яуаплы, маҡсатҡа ынтылыусан». Уңыштар, Элиза!
👏«Мисс Рәсәй» матурлыҡ конкурсында республикабыҙҙан 18 йәшлек модель ҡатнаша
16 сентября 202516 сен 2025
~1 мин