Халыҡ табибәһе, ти уны белгәндәр. Әсә булыу бәхете бүләк иткәне өсөн Гүзәл апайға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, ти уға барып ҡайтҡандар. Һүҙ - мөғжизәле ҡулдары менән күп ҡатын-ҡыҙҙың эсен һылап, уларға йөккә уҙырға ярҙам иткән Гүзәл Байегетова тураһында. Ул 1954 йылда Таулыҡай ауылында Гөлниса һәм Динислам Сәғитовтар ғаиләһендә тәүге мөхәббәт емештәре булып донъяға килә.Арҡа майлау, массаж яһау уның бала саҡтан яратҡан шөғөлдәренең береһе була. Үҫә төшкәс, эс һылау менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башлай, уның нескәлектәрен өйрәнә. Ҡыҙыҡһыныуға тәбиғәттән бирелгән һәләт тә ҡушыла. Һөҙөмтәлә Гүзәл Динислам ҡыҙы хәҙер инде был өлкәлә ярайһы ғына тәжрибә туплаған, ярҙам һорап килеүселәрҙе кире ҡаҡмаған халыҡ табибәһе булараҡ билдәле. - Миңә күбеһенсә кейәүгә сығып, оҙаҡ йылдар йөккә уҙа алмағандар килә. Берәүҙең дә үтенесен кире ҡаҡмайым, ярҙам итергә тырышам. Эс һылау менән ныҡлап шөғөлләнгәнемә егерме йыл тирәһе. Ошо йылдарҙа 100-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙҙы ҡабул иткәнмендер, - тип башланы ул һүҙен. - Уларҙы һалып, эстәрен матур итеп һылап ҡарайым. Эс түбәнәйгән осраҡта, ул беленеп тора. Уны май менән һылап, урынына ултырта". - Күпме ваҡыт һылайһығыҙ? - тип ҡыҙыҡһынам әңгәмәсемдән. - Ғәҙәттә, 15-20 минут тирәһе, ә иң күп осраҡта ярты сәғәт ваҡыт китә. Кемдер бер тапҡыр килә. Ҡайһыларға ике-өс тапҡыр килергә ҡушам. Эстә билдәле тәртиптә өҫкә ҡарай һылар кәрәк, юғиһә файҙаһы булмай. Аҙаҡ инде махсус билбау менән бәйләйем. Уны аҙна тирәһе сисергә ярамай. Был инде организм нығынғансы эс кире түбәнәймәһен өсөн эшләнелә,- тине ул. Эйе, Гүзәл Динислам ҡыҙына күптәр рәхмәтле. Халыҡ табибәһе булараҡ, уның ярҙамын тойоусылар, бәпестәре булғас, сабыйҙарын алып уға рәхмәт һүҙҙәрен белдерергә йыш килә. «Ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең һаулығын бала саҡтан һаҡлаһын ине: ауыр нәмә күтәрмәһендәр, үтә бейектән һикереп төшмәһендәр. Былар ҙа, үҙ сиратында, эс түбәнәйеүгә сәбәпсе», - тигән аҡыллы кәңәштәрен дә бирҙе табибә. Арҡа ауыртҡанда йә ҡатыу ҡалҡҡан осраҡта массаж яһатырға тип тә киләләр уға.«Ауылдашым Гүзәл Динислам ҡыҙын ябай, ихлас, кешелекле тип беләм. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, үҙ эшен намыҫ менән башҡарҙы. Ике ҡыҙы һәм улына, уларҙың ғаиләһенә ныҡлы терәк ул. Ә иң һоҡландырғаны - уның урам, өй эсе тултырып матур-матур сәскә үҫтереүе. Матурлыҡты яратҡан кешенең күңеле лә матур була. Халыҡ табибәһе, тип ишетеп, уға ҡырҙан килеүселәр ҙә күп. Береһен дә кире бороп сығармай, хәленән килгән тиклем ярҙам итә. Ә иң хөрмәткә лайыҡ сифаты - ул дауалана килеүселәрҙән хаҡ һорамай. Иң мөһиме - килешһен, ти ул. Тимәк, ул барыһын да Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн башҡара», - тине ошо ауылда йәшәүсе Рәйсә Яҡупова. Эйе, Гүзәл Байегетованы ауылдаштары уңған баҡсасы, һөйөклө әсә, яратҡан өләсәй һәм ҡартәсәй булараҡ та белә. Улар тормош иптәше Рим Байегетов менән өс балаға ғүмер бүләк итә. Үкенескә ҡаршы, Рим Әбделхай улы яҡты донъяларҙан бик иртә китә. Әлеге ваҡытта Байегетовтарҙың өлкән ҡыҙҙары Рима Тольятти ҡалаһында йәшәй, бер ул үҫтерә. Икенселәре Рәйлә тормош иптәше Шәһит менән Баймаҡ ҡалаһында төпләнгән. Алты бала тәрбиәләйҙәр. Билаловтарҙы баймаҡтар оҫта баҡсасы булараҡ белә, Радик Таулыҡай ауылында йәшәй. Сыңғыҙ һылыуы Рәзилә Ғәйнислам ҡыҙы менән өс бала үҫтерәләр. Ун ейән-ейәнсәренә ҡыуанып, баҡса тултырып күҙ яуын алырҙай сәскәләр үҫтереп, кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙып, уларҙан рәхмәттәр алып, тормоштоң тик яҡшы яҡтарын ғына күреп йәшәй мәҡәләм геройы. Текст һәм фото: Альбина Байегетова.