Рөстәм Ғәзизов - башҡорт егете. Мордва Республикаһында тыуа, етем ҡала, Стәрлетамаҡтағы приютҡа эләгә. Бер аҙ Учалы районындағы өләсәһе менән йәшәй, ләкин ул вафат булғас, йәнә урамда ҡала. Бәхетенә күрә, изге кешеләргә осрап, улар милләттәшебеҙҙе асарбаҡ, берәҙәк тормошонан йолоп ала, һаулығын нығытырға ла, сәхнәгә сығырға ла ярҙам итәләр. Тиҙҙән егет клиптарын яҙҙыра. Уның моңо тамашасыларҙы арбай... Артабан һүҙҙе "Башҡортостан" республика гәзитенең рәссамы, художество мөхәррире Нәсих Хәлисовҡа бирәйек. Бына үҙенең "Йырлы, гармунлы донъя" төркөмөндә нимә тип яҙа ул: "ДУҪТАРЫМ! Бынан ике көн элек төркөмдә талантлы егет Рөстәм Ғәзизов тураһында яҙып, уның “ҮТӘ ҒҮМЕР” тигән йырына яҙылған видео менән уртаҡлашҡайным. Рөстәм йырҙарының һүҙҙәрен дә, көйөн дә үҙе яҙа. Был видеояҙманы күптәр күҙ йәштәре аша ҡарауы, яҙмыш һынауҙары алдында бөгөлөп төшмәҫкә, йәшәргә тырышҡан егеткә ярҙам итергә теләүе тураһында яҙҙы. Ул әлеге ваҡытта башындағы ауыр сиргә операция яһатыуға мохтаж. Талантлы ег
Берәҙәктән йырсы булып киткән егет ярҙамға мохтаж
16 сентября 202516 сен 2025
8
1 мин