Өсөнсө халыҡ-ара геология чемпионаты сиктәрендә «Ялан тораһын ойоштороу» дисциплинаһы буйынса ярыштар старт ала. Был оҫталыҡта иң яҡшылар исеменә Рәсәйҙең 22 төбәгенән һәм донъяның 16 иленән 300-ҙән ашыу студент көрәшә. Сараны ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ (Роснедра) сығыш яһай. «Ялан тораһын ойоштороу» дисциплинаһы — чемпионаттың иң тамашалы һәм динамик һынауҙарының береһе, унда төп ролде команданың тиҙлеге, эштең көйләнеше һәм һәр хәрәкәттең теүәл башҡарылыуы уйнай. Ҡатнашыусыларҙың бурысы - мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ялан шарттарында йәшәүҙең практик күнекмәләрен күрһәтеү: ваҡытлыса палатка ҡуйыу һәм котелокта 0,5 литр һыуҙы ҡайнатыу өсөн етерлек усаҡ яғыу. - Был ярыш - ныҡлыҡҡа, сыҙамлыҡҡа һәм команда рухына ысын һынау. Мөхит дәрт менән тулы, сөнки һәр секунд иҫәптә тора, ә һәр хата һиҙелерлек мәрәйҙе юғалтыуға тора ала. Судьялар билдәләүенсә, иң яҡшы һөҙөмтәләрҙе бер-береһе менән килешеп э
300-ҙән ашыу студент-геолог ялан тораларын ойоштороуҙа ярыша
16 сентября 202516 сен 2025
1 мин