Найти в Дзене

Башҡортостан ирекмәндәре һәм әүҙемселәре «Урал патриоттары» форумына саҡырыла

Сара 7-9 ноябрҙә Яңы Уренгой ҡалаһында (Ямал-Ненец автономиялы округы) үтәсәк. Унда Рәсәй яҙмышы өсөн борсолған кешеләр ҡатнаша ала. Тәү сиратта форум МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәткән ирекмәндәрҙе һәм гражданлыҡ әүҙемселәрен берләштерергә тейеш. Белем биреү программаһына түбәндәге темалар инә: "МХО-ға медиаирекмәнлек һәм мәғлүмәт ярҙамы", "Социаль проектлау", "Ирекмәнлек проекттарына грант ярҙамы". Форумдың икенсе өлөшөндә ҡатнашыусылар йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙең иң яҡшы тәжрибәләрен һәм МХО ҡатнашыусыларына ярҙам программаларын тәҡдим итәсәк. Шулай уҡ Урал федераль округындағы Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитеты һәм «Ватанды һаҡлаусылар» фондының төбәк вәкилдәре өсөн секция эшләйәсәк. Һылтанма буйынса - clck.ru/3NmzrT - 22 сентябргә тиклем теркәлеү үтеүселәр өсөн ҡатнашыуҙың онлайн форматы ҡаралған. Һайлап алыуҙы үткән ҡатнашыусылар 2025 йылдың 15 октябренә тиклем саҡырыу ала. (6+)