Витаминдарға ҡытлыҡтың яҡшыға алып бармауын, арыу-талсығыуға, тире ҡороуына, тырнаҡтар һыныуына килтереүен күптәр белә. Әммә организмға нимә етешмәүен йөҙгә ҡарап та әйтеп була, тип иҫәпләй терапевт һәм диетолог Арина Мамина. Йыш ҡына был билдәләрҙең сәбәбен йоҡо туймауҙан, стрестарҙан эҙләйбеҙ. Мәҫәлән, ауыҙ мөйөштәренең сатнап ярылыуы тимер, В2 (рибофлавин) йәки В3 (ниацин) етешмәүенә ишара. Ҡул-аяҡ остары ойоуы йәки сәнсеүенә лә иғтибарлы булығыҙ. Бының В6, В12 йәки фолат (В9) витаминдары етешмәүе менән бәйле булыуы ихтимал. Нервы системаһы эшмәкәрлеге өсөн улар бик мөһим. Алдынғы илдәрҙә витаминдарға ҡытлыҡ һирәк күренеш, ти белгес, сөнки уларҙа микроэлементтар, витаминдар менән туйындырылған аҙыҡ-түлек күп. Сифатлы аҙыҡ ҡулланыу сикләнгән илдәр ҙә бар, мәҫәлән, Африка һәм Көньяҡ Азия илдәрендә витаминдар етешмәү билдәләре киң таралған. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, үҫешкән илдәрҙә гиповитаминоз йыш ҡына ярлылыҡ менән түгел, ә аш һеңдереү боҙолоуы (мәҫәлән, ашҡаҙан-эсәк юлы сирҙәре