Башҡортостандың Ауырғазы районында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә Талбазы – Красноусол юлында Аҡ Таш (Үҙән) йылғаһы аша күперҙе капиталь ремонтлау тамамланды. Был хаҡта республиканың Транспорт министрлығынан хәбәр иттеләр. Юлсылар күперҙең тимер-бетон конструкцияһын яңырта, уның оҙонлоғо 39 погон метр тәшкил итә. Шулай уҡ подряд ойошмаһы күпергә һәм подъездарға яңы асфальт-бетон япма һала, һыу ағыҙыу ҡоролмаларын, деформация йөйҙәрен һәм металл элементтарҙы коррозияға ҡаршы эшкәртеүҙе урынлаштыра. Бынан тыш, яндауырҙары һәм ҡоймалары монтажлана. – Аҡ Таш йылғаһы күпере Талбазы – Красноусол юлында урынлашҡан. Ул популяр туристик йүнәлеш булып тора. Юл Красноусол ауылына алып бара, унда шул уҡ исемле курорт, шулай уҡ шифалы һәм изге сығанаҡтар менән Башҡортостандан ситтә лә билдәле. Бынан тыш, күпер Ауырғазы һәм Ғафури райондарының күп ауылдарында йәшәүселәр өсөн мөһим. Бында тәүлегенә өс меңдән ашыу автомобиль үтә, шуға күрә күперҙе норматив хәлгә килтереү мөһим и
Талбазы – Красноусол юлында Аҡ Таш (Үҙән) йылғаһы аша күпер ремонтланды
16 сентября 202516 сен 2025
1
1 мин