Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
"Урал" гәзите

🛩️ Башҡортостанда дошман дрондарын видео һәм фотоға төшөрөп интернетҡа һалыу тыйылды

🛩️ Башҡортостанда дошман дрондарын видео һәм фотоға төшөрөп интернетҡа һалыу тыйылды. Был хаҡтағы указға Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. 🛡️ Тыйыуҙың сәбәбе — именлекте һаҡлау. Асыҡ сығанаҡтарҙағы видео һәм фотолар буйынса дошмандар уҙған һөжүмдәрҙең һөҙөмтәләрен анализлай, хәрби объекттарҙың урынын һәм хәрәкәтен күҙәтә, шуларға нигеҙләнеп киләһе һөжүмдәргә әҙерләнә ала. * Шәхси сәхифәләр, мессенджерҙар аша таратыу өсөн штраф: 3 000 – 5 000 һум * Киң мәғлүмәт саралары һәм блогерҙарға: 100 000 – 500 000 һум ⚠️Тыйыу әле үҙ көсөндә булған әҙерлек режимы менән бәйле һәм уның менән бергә ғәмәлдән сыға. 🔇Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: уҙған аҙнала Өфө заводтарының береһенә пилотһыҙ осоусы аппараттар һөжүм итте. Ваҡытында күрелгән саралар һөҙөмтәһендә предприятие милегенә етди зыян килмәне, ул штатлы режимда эшләүен дауам итә.

🛩️ Башҡортостанда дошман дрондарын видео һәм фотоға төшөрөп интернетҡа һалыу тыйылды. Был хаҡтағы указға Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

🛡️ Тыйыуҙың сәбәбе — именлекте һаҡлау. Асыҡ сығанаҡтарҙағы видео һәм фотолар буйынса дошмандар уҙған һөжүмдәрҙең һөҙөмтәләрен анализлай, хәрби объекттарҙың урынын һәм хәрәкәтен күҙәтә, шуларға нигеҙләнеп киләһе һөжүмдәргә әҙерләнә ала.

* Шәхси сәхифәләр, мессенджерҙар аша таратыу өсөн штраф: 3 000 – 5 000 һум

* Киң мәғлүмәт саралары һәм блогерҙарға: 100 000 – 500 000 һум

⚠️Тыйыу әле үҙ көсөндә булған әҙерлек режимы менән бәйле һәм уның менән бергә ғәмәлдән сыға.

🔇Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: уҙған аҙнала Өфө заводтарының береһенә пилотһыҙ осоусы аппараттар һөжүм итте. Ваҡытында күрелгән саралар һөҙөмтәһендә предприятие милегенә етди зыян килмәне, ул штатлы режимда эшләүен дауам итә.