М.Ғ. Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт гимназия-интернатында көндән-көн алға барыу күҙәтелә. Киләсәк быуынды белем үрҙәренә әйҙәү менән бергә, тарихҡа, мәҙәниәткә, илһөйәрлеккә хөрмәт үҫтерелә. Белем байрамы көнөндә гимназия-интернатта яҡташыбыҙ Диҡҡәт Бураҡаевҡа арналған география кабинеты асылды. Был көндө Башҡортостан Мәғариф министрлығы милли мәғариф идаралығының төп бҽлгҽсҽ-экспҽрты Рәмилә Рәхимова, Күмертау ҡалаһының почетлы гражданы, Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры Рәйсә Сырлыбаева, Күмертау ҡалаһы депутаты Маргарита Моратбаҡыева, кинорежиссер, сценарийҙар авторы, рәссам, йәмәғәт эшмәкәре Таңсулпан Бураҡаева һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан батыр ағайҙарыбыҙ ҙа килгәйне. Таңсулпан Диҡҡәт ҡыҙы кабинетты асҡанда, шатлыҡ күҙ йәштәренә төйөлөп, гимназиябыҙ директоры Түлегәнова Әнисә Сәғит ҡыҙына, география уҡытыусыһы Илдар Хөрмәт улына оло рәхмәтен белдерҙе. Диҡҡәт Бураҡаев исемендәге география кабинетын арҙаҡлы ғалим, геология-минералогия фәндәре кандидаты, балалар яҙыусыһы,
Күмертау гимназияһында Диҡҡәт Бураҡаев исемендәге кабинет асылды
16 сентября 202516 сен 2025
1 мин