Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Халыҡ был урынды яратасаҡ

Башҡортостан Республикаһының Әмзә ауылында йәмәғәт киңлеген төҙөкләндереү буйынса эштәр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) бурыстарына ярашлы тамамлана. Был хаҡта Нефтекама ҡала округы хакимиәтенән хәбәр иттеләр. Белгестәр көмбәҙле “Ҡабырсаҡ” сәхнәһен монтажлаған. Ул концерттар, байрам саралары һәм башҡа саралар үткәреү өсөн майҙансыҡ буласаҡ. Шулай уҡ оҫталар тротуар плиткаһы менән йәйәүлеләр юлдарын түшәй, спорт менән шөғөлләнеү өсөн турниктар һәм бәүелсәктәр ҡуя. Шулай уҡ бөтә йәмәғәт биләмәһендә урам яҡтыртыуҙары монтажлана. “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты — тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары

Башҡортостан Республикаһының Әмзә ауылында йәмәғәт киңлеген төҙөкләндереү буйынса эштәр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) бурыстарына ярашлы тамамлана. Был хаҡта Нефтекама ҡала округы хакимиәтенән хәбәр иттеләр. Белгестәр көмбәҙле “Ҡабырсаҡ” сәхнәһен монтажлаған. Ул концерттар, байрам саралары һәм башҡа саралар үткәреү өсөн майҙансыҡ буласаҡ. Шулай уҡ оҫталар тротуар плиткаһы менән йәйәүлеләр юлдарын түшәй, спорт менән шөғөлләнеү өсөн турниктар һәм бәүелсәктәр ҡуя. Шулай уҡ бөтә йәмәғәт биләмәһендә урам яҡтыртыуҙары монтажлана. “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты — тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.