Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә берҙәм тауыш биреү көнөнә йомғаҡ яһалды. Урындағы үҙидараның вәкәләтле органдары депутаттарын һайлау йомғаҡтары тураһында республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов хәбәр итте. Төбәктә бөтәһе 150 һайлау кампанияһы үтте, 239 мандат алмаштырылды. Һайлауҙарҙа 652 кандидат теркәлгән, шул иҫәптән 13 махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы. Бөтә хәрбиҙәр ҙә үҙ округтарында еңеү яулай. Һайлауҙарҙы ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә 48 территориаль һәм 256 участка комиссияһы йәлеп ителә. Тауыш биреү барышын Башҡортостан кандидаттарынан, партияларынан һәм Йәмәғәт палатаһынан 794 күҙәтеүсе күҙәтте. Шулай уҡ һайлау участкаларында 116 журналист ҡатнаша. Яҡынса йомғаҡтар буйынса, һайлаусыларҙың 45,6 проценты тауыш биргән. Бөтә кимәлдәге тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса 198 депутат мандатын “Берҙәм Рәсәй” партияһынан кандидаттар ала, ун “Ғәҙел Рәсәй” – Патриоттар – Хәҡиҡәт өсөн”, ете – "ЛДПР", алты – "КПРФ", ике – "Яңы ке