Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Спорт тармағына иғтибар артасаҡ

Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә Рәсәйҙең йыйылма командаһына спорт резервын әҙерләү өсөн шарттар булдырыу темаһына һөйләшеү булды. Вице-премьер – спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итеүенсә, төбәктә 2,3 миллиондан ашыу кеше физик культура менән даими шөғөлләнә, 141 спорт төрө үҫешә, 122 аккредитацияланған төбәк федерацияһы эшләй. Илдең йыйылма командалары составында – 410 Башҡортостан спортсыһы, улар араһында халыҡ-ара һәм Рәсәй турнирҙары еңеүселәре һәм призерҙары – Эдуард Латипов, Семен Елистратов, Илья Кандалин, Алһыу Миназова, Тәнзилә Исраилова һәм башҡалар. – Беҙҙең төп бурыс – спортсыларыбыҙ өсөн кәрәкле шарттар булдырыу. Башҡортостанда ҙур Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштар үткәрелә. Быға, тәү сиратта, үҫешкән спорт инфраструктураһы, атап әйткәндә, яңы ҙур объекттар – Көрәш һарайы, Ишкәкле слалом комплексы һәм Фехтование үҙәге булышлыҡ итә, – тип билдәләне Руслан Хәбибов. Башҡортостанда йыйылма командаларҙың спорт резервын уңышлы әҙерләү өсөн райондарға комплекслы ярҙам итеү системаһы эшләй. 142 әҙерлек учреждениеһы эшләй, унда 100 меңдән ашыу бала шөғөлләнә. Спорттың төп төрҙәрен үҫтереү өсөн 2019 йылдан спорт мәктәптәре ҡорамалдар һәм экипировкалар һатып алыуға 436,3 миллион һумлыҡ субсидиялар алды. 2023 йылдан республика тренер-уҡытыусыларҙың эш хаҡын төбәк уҡытыусыларының уртаса эш хаҡы кимәленә еткереүгә аҡса бүлә. Был ваҡыт эсендә субсидиялар күләме 530 миллион һумдан ашҡан. Төбәктә спорт инфраструктураһын яңыртыуға айырым иғтибар бүленә. 2022 йылдан алып республикала 40 объект капиталь ремонтланған. 2026 йылдан Башҡортостан Спорт объекттарын капиталь ремонтлау программаһында ҡатнашырға ниәтләй, уны Рәсәй Спорт министрлығы ил Президенты ҡушыуы буйынса тормошҡа ашыра. – Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, беҙ спорт объекттарын төҙөүҙе дауам итәбеҙ. Һәм был яҡшы һөҙөмтәләр бирә, - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Эшегеҙ өсөн Спорт министрлығына рәхмәт белдерәм. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.