Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Автобус асҡыстары тапшырылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә республиканың спорт мәктәптәре директорҙарына яңы автобус асҡыстары тапшырҙы. Транспортты Өфө районының спорт мәктәбе, Благовещен районының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм Башҡортостандың биатлон буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе алды. – Республиканың бөтә биатлон берләшмәһенән рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә теләйем. Былтыр ғына беҙҙең бинаға капиталь ремонт үткәрелде, быйыл трасса киңәйтелде, оптик сүс селтәрен тоташтырыу тамамланды. Комплексҡа “Б” категорияһы бирелә. Былар барыһы ла Рәсәй чемпионаттарын ғына түгел, халыҡ-ара ярыштарҙы ла үткәрергә мөмкинлек бирәсәк. Яңы ҡорамалдар һатып алыу арҡаһында спортсыларыбыҙ ҙур турнирҙар чемпионы булды. Быға сағыу миҫал – Эдуард Латипов һәм Елизавета Каплина, – тине биатлон буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе директоры Виктор Никитин. Республика Хөкүмәте вице-премьеры – спорт министры Руслан Хәбибов билдәләүенсә, был автобустар “Физик культураны һәм спортты үҫтереү” дәүлә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә республиканың спорт мәктәптәре директорҙарына яңы автобус асҡыстары тапшырҙы. Транспортты Өфө районының спорт мәктәбе, Благовещен районының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм Башҡортостандың биатлон буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе алды. – Республиканың бөтә биатлон берләшмәһенән рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә теләйем. Былтыр ғына беҙҙең бинаға капиталь ремонт үткәрелде, быйыл трасса киңәйтелде, оптик сүс селтәрен тоташтырыу тамамланды. Комплексҡа “Б” категорияһы бирелә. Былар барыһы ла Рәсәй чемпионаттарын ғына түгел, халыҡ-ара ярыштарҙы ла үткәрергә мөмкинлек бирәсәк. Яңы ҡорамалдар һатып алыу арҡаһында спортсыларыбыҙ ҙур турнирҙар чемпионы булды. Быға сағыу миҫал – Эдуард Латипов һәм Елизавета Каплина, – тине биатлон буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе директоры Виктор Никитин. Республика Хөкүмәте вице-премьеры – спорт министры Руслан Хәбибов билдәләүенсә, был автобустар “Физик культураны һәм спортты үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә һатып алынған.