11 сентябрҙә Стәрлетамаҡ районында фижиғәле хәл теркәлде. Авария урынында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ҡотҡарыусылары ярҙамы талап ителгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, иртәнсәк “Р-240” Өфө – Ырымбур автомобиль юлының 132-се саҡрымында “Лада Калина” автомобиле һәм тағылма таҡҡан “Даф” йөк машинаһы бәрелешкән. Машиналар юл ситкә сығып, көнбағыш баҫыуына барып төшкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә Ырымбур яғынан килгән еңел автомобилдәге 35 йәшлек водителе вафат булған. Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, "Лада Калина" автомобиле ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан. Ярҙамға килгән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре аккумулятор батареяһын ысҡындыра һәм гидравлик авария-ҡотҡарыу ҡоралы ярҙамында һәләк булған кешенең кәүҙәһен машинанан сығара. Хөрмәтле водителдәр, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, бындай фажиғәле хәлдәргә юл ҡуймағыҙ. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.