Ысынбарлыҡта нимә булды? Самолет тибындағы ике украин пилотһыҙ осоу аппараты «Башнефть» предприятиеһына һөжүм итте. Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн «Өфө» халыҡ-ара аэропорты һауа судноларының осоуына һәм ултырыуына сикләүҙәр индерҙе. Өфөнөң ҡайһы бер райондарында мобиль элемтәгә сикләү ғәмәлдә булды. Һөжүм маҡсатына өлгәштеме? Юҡ. Был һөжүмдәрҙең маҡсаты – нефть эшкәртеү индустрияһының төп предприятиеларын сафтан сығарыу. Дрондар дошман планлаштырғанса түгел, ә бәреп төшөргәндән һуң шартланы. Завод штатлы режимда эшләүен дауам итә, һәләкәткә тарыусылар булманы. Дрондарға ҡаршы нимәләр эшләнде? Һөжүмде уңышлы кире ҡағырға Оборона министрлығы менән берлектә булдырылған пилотһыҙ аппараттарҙы күҙәтеү махсус системаһы ярҙам итә. Дрондар республика сиген үткәнгә тиклем үк күҙәтеү аҫтында була. Пилотһыҙ аппараттар завод территорияһына еткәс, аҫҡа табан төшөү менән, бәреп төшөрөлгән. Ни өсөн бәйләнеште өҙҙөләр? Дрондарҙың навигация системаһын юҡҡа сығарыу өсөн. Хәрби пилотһыҙ осо
Дрондар һөжүме. Һеҙҙе борсоған һорауҙар тураһында
15 сентября 202515 сен 2025
1 мин