Башҡортостан Республикаһында Өфө – Бөрө – Яңауыл автомобиль юлы участкаһында ремонт “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында башҡарылды. Был хаҡта төбәктең транспорт министрлығынан хәбәр иттеләр. Белгестәр дөйөм оҙонлоғо 1,3 километр булған юл участкаһын яңыртты. Трассаның ремонтланған участкаһы Бөрө янында урынлашҡан. Автомобиль ҡулсаһына һәм уға яҡын биләмәгә яңы асфальт-бетон һалына, юл ситтәрен нығыталар, билдәләр ҡуялар һәм бордюр ташын алмаштыралар. Шулай уҡ белгестәр туҡталыш майҙансығын ремонтлаған. Өфө – Бөрө – Яңауыл трассаһы республика юлдарының терәк селтәренә инә. Ул Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондары тораҡ пункттарының транспорт бәйләнешен тәьмин итә. 2025 йылда республикала был автомобиль юлының дөйөм оҙонлоғо 10 саҡрымға яҡын алты участкаһын ремонтлау күҙаллана. “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) маҡсаты — тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ре