Асҡын районының Әмир ауылында,”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Медицина пункты 1967 йылда төҙөлгән, һыу менән тәьмин итеү һәм канализация системалары булмаған иҫке бинала урынлашҡайны. Яңыһы бөтә заманса талаптарға һәм стандарттарға яуап бирә. Ул халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм персоналдың уңайлы шарттарҙа эшләүе өсөн бөтә тейешле йыһаздар, ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Бында фельдшер, ҡабул итеү, процедура, дарыуҙар һаҡлау кабинеттары урынлашҡан. – ФАП ауылдың 239 кешеһен, шул иҫәптән, 32 баланы хеҙмәтләндерәсәк. Улар яңы бинала диспансерлаштырыу үтәсәк, вакцина яһатасаҡ, тәүге медицина ярҙамын аласаҡ, – тине фельдшер Сажиҙә Зәйнетдинова.Ул медицинала утыҙ йылдан ашыу эшләй. Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғү