Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Арсен атай-әсәй эҙләй

Арсен 2013 йылда тыуған. Ул – бик алсаҡ, асыҡ, аралашыусан, үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашырға һәм үҙ фекерен еткерә белгән малай. Ул үҙе әүҙем, маҡсатлы һәм ҡыҙыҡһыныусан. Шуныһы үҙенсәлекле: Арсен ырғаҡ менән бәйләргә ярата. Ул бик матур әйберҙәр эшләй, тағы спортты, бигерәк тә футболды, волейболды ярата, тренажер залына йөрөй, тип хәбәр итте Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Тағы Арсен хыялланырға ярата. Ул һәр йәһәттән ҡыҙыҡһыныусан малай булып үҫеп килә, һәр саҡ алға ынтылырға, яңы нәмә өйрәнергә тырыша. Малайға уның һәләттәрен ҡәҙер иткән, ҡыҙыҡһыныуҙарын уртаҡлашҡан һәм уңыштары шатлыҡтарын бүлешкән ғаилә кәрәк. Йөрәгегеҙҙә изгелек, хәстәрлек һәм терәк булыу хисе бар икән – бәлки, тап һеҙ Арсен өсөн ғаилә йылыһын бүләк итә алырһығыҙ? Бәлки, уның буласаҡ ата-әсәһе лә әле ошо юлдарҙы уҡыйҙыр... Бәлиғ булмаған балаға опекун (попечитель) була алыу тураһындағы, йәшәү урыны буйынса бирелгән һығымтаға эйә булған граждан төбәктәге мәғ

Арсен 2013 йылда тыуған. Ул – бик алсаҡ, асыҡ, аралашыусан, үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашырға һәм үҙ фекерен еткерә белгән малай. Ул үҙе әүҙем, маҡсатлы һәм ҡыҙыҡһыныусан. Шуныһы үҙенсәлекле: Арсен ырғаҡ менән бәйләргә ярата. Ул бик матур әйберҙәр эшләй, тағы спортты, бигерәк тә футболды, волейболды ярата, тренажер залына йөрөй, тип хәбәр итте Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Тағы Арсен хыялланырға ярата. Ул һәр йәһәттән ҡыҙыҡһыныусан малай булып үҫеп килә, һәр саҡ алға ынтылырға, яңы нәмә өйрәнергә тырыша. Малайға уның һәләттәрен ҡәҙер иткән, ҡыҙыҡһыныуҙарын уртаҡлашҡан һәм уңыштары шатлыҡтарын бүлешкән ғаилә кәрәк. Йөрәгегеҙҙә изгелек, хәстәрлек һәм терәк булыу хисе бар икән – бәлки, тап һеҙ Арсен өсөн ғаилә йылыһын бүләк итә алырһығыҙ? Бәлки, уның буласаҡ ата-әсәһе лә әле ошо юлдарҙы уҡыйҙыр... Бәлиғ булмаған балаға опекун (попечитель) була алыу тураһындағы, йәшәү урыны буйынса бирелгән һығымтаға эйә булған граждан төбәктәге мәғлүмәттәр банкына мөрәжәғәт итә ала: 8 (347) 218 03 62. Сығанаҡ, фотолар: Башҡортостандың Хеҙмәт, ғаилә һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.