Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Мармелад, кәнфит...

Мармелад Кәрәк: 500 гр таҙартылған ҡабаҡ, 80 грамм шәкәр ҡомо, 4 аш ҡалағы агар-агар, 50 мл лимон һуты. Әҙерләү: ҡабаҡты турап, һыуҙа бешереп алабыҙ ҙа, һарҡытып, шәкәр ҡомо һәм лимон һуты һалып, болғата-болғата 7 минут тирәһе ҡайнатабыҙ. Шунан блендерҙан үткәреп, агар-агар һалып, яҡынса биш минут ҡайнатабыҙ ҙа, әҙер массаны формаларға һалабыҙ һәм тәмлекәс сәй эсергә әҙер. Ҡабаҡ тостарынан кәнфит Был тәмлекәсте әҙерләүҙең һис бер ауырлығы юҡ, әммә уның файҙаһы баһалап бөткөһөҙ. Бының өсөн ҡабаҡтың “Голосеменная” сортын ҡулланабыҙ – уның тостарының ҡабығы юҡ. Ҡабаҡ тостарын йә духовкаға ҡуйып алабыҙ, йә табала ҡыҙҙырабыҙ. Һуңынан блендер менән ваҡлайбыҙ ҙа бал ҡушып, формаларға һалабыҙ. Өҫтөн еләктәр менән биҙәргә мөмкин. Фото шәхси архивтан