Уҙған аҙнала интернет селтәрҙәрендә сираттағы арзан алдаҡ асыҡланды. Уны ЦИПСО һәм улар менән хеҙмәттәшлек иткән сит ил телеграм-каналдары эшләгән. Алдаҡты һәр саҡтағыса “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы фашланы. Был примитив фейктарға бөтөнләй иғтибар итмәҫкә лә мөмкин ине, әммә Радий Хәбировтың ысын видеолағы телмәре иҫкәртеүгә лайыҡ. Сығыштың ялғанға әйләндерелгән иҫке фрагментында Башҡортостан Башлығы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезында Украина яғынан республикабыҙға иғтибарҙың артыуы сәбәптәре хаҡында һөйләне. Енәйәтселәр иһә иҫке, ысын телмәрҙе алып, уны дипфейк технологияһын ҡулланып, икенсе контекстта сығарырға маташа. Ысын телмәр иһә халыҡтың берҙәмлеге, сыҙамлығы һәм йәмғиәтте тарҡатыу ынтылыштарының уңышһыҙлыҡҡа дусар булыуы тураһында һөйләй.