Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Сейәле-Әтәс халҡы берҙәмлеге менән хайран итә

Илеш районының Сейәле Әтәс ауылы тарихы 1697 йылдан башлана, тип иҫәпләнә. Ауыл тирәһендә ҡырағай сейәнең күпләү үҫеүе ауылға исем биргән, тигән фараз бар. Ә бына икенсе өлөшөнөң ҡайҙан килеп сығыуын һәм өҫтәлеүен белмәһәк тә, һиҙемләргә булалыр. Базы һәм Ағиҙел йылғалары киҫелешкән урында тыныс ҡына тормош менән йәшәп ятҡандай тойолған ауылдың үҙ заңы,үҙ мәшәҡәте һәм ынтылыштары етерлек. Ил күтәргән ауырлыҡтарҙы ла, хәстәрлектәрҙе лә берҙәй уртаҡлашып, ғүмер баҡый бер-береһенә ярҙамлашып йәшәгән Сейәле –Әтәс халҡы бөгөн дә берҙәмлектәре менән хайран ҡалдыра. Һуңғы йылдарҙа ауыл халҡы берҙәм рәүештә Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаларында әүҙем ҡатнашып, ҡайһы бер көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә өлгәшкән. – Базытамаҡ ауыл Советы биләмәһенә туғыҙ ауыл инә. Йыл әйләнәһенә уларҙы хеҙмәтләндереү, тәртиптә тотоу маҡсатында 2017 йылда трактор алынғайны. Техниканы төрлө кәрәкле йыһаздар менән тулыландырыу мәсьәләһе килеп тыуғас, ауылдаштар ярҙамында уны ла хәл иттек. Башҡорто

Илеш районының Сейәле Әтәс ауылы тарихы 1697 йылдан башлана, тип иҫәпләнә. Ауыл тирәһендә ҡырағай сейәнең күпләү үҫеүе ауылға исем биргән, тигән фараз бар. Ә бына икенсе өлөшөнөң ҡайҙан килеп сығыуын һәм өҫтәлеүен белмәһәк тә, һиҙемләргә булалыр. Базы һәм Ағиҙел йылғалары киҫелешкән урында тыныс ҡына тормош менән йәшәп ятҡандай тойолған ауылдың үҙ заңы,үҙ мәшәҡәте һәм ынтылыштары етерлек. Ил күтәргән ауырлыҡтарҙы ла, хәстәрлектәрҙе лә берҙәй уртаҡлашып, ғүмер баҡый бер-береһенә ярҙамлашып йәшәгән Сейәле –Әтәс халҡы бөгөн дә берҙәмлектәре менән хайран ҡалдыра. Һуңғы йылдарҙа ауыл халҡы берҙәм рәүештә Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаларында әүҙем ҡатнашып, ҡайһы бер көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә өлгәшкән. – Базытамаҡ ауыл Советы биләмәһенә туғыҙ ауыл инә. Йыл әйләнәһенә уларҙы хеҙмәтләндереү, тәртиптә тотоу маҡсатында 2017 йылда трактор алынғайны. Техниканы төрлө кәрәкле йыһаздар менән тулыландырыу мәсьәләһе килеп тыуғас, ауылдаштар ярҙамында уны ла хәл иттек. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса 2021 йылда эш башлаған “Атайсал” проекты беҙҙең районда тиҙ арала уңыш яуланы. Өс йыл эсендә 419 проект теркәлеп, шуларҙың 394-е тормошҡа ашырылды ла инде. Быйыл өс ауылда, шул иҫәптән, Сейәле-Әтәстә лә урамдарға диодлы яҡтыртҡыстар ҡуйыу дауам итәсәк. Был электр энергияһын һаҡсыл тотонорға һәм ауылдарҙың йөҙөн заманға ярашлы үҙгәртергә мөмкинлек бирә. Ауылдың йәмен ебәрмәү, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, ут-күҙҙән һаҡлау – шулай уҡ мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Был йәһәттән район хакимиәте башлығы Илдар Иршат улы Мостафин беҙҙең уйҙы ҡеүәтләп, янғын һүндереү депоһын капиталь ремонтлау буйынса ярҙам күрһәтте. Бик ҙур эш башҡарылды, стена һәм түшәм буялды, яңы кәштәләр ҡуйылды, электр үткәрелде, тәҙрәләр ҡуйылды, – тип, биләмә башлығы Илфат Рифат улы тынғыһыҙ ауыл тормошоноң яңы биттәре, алдағы көндәлек бурыстары менән таныштырҙы. – Туғыҙ тораҡ халҡының йәшәйешен күҙ уңында тотоп, проблемаларын хәл итеү бер ауыл Советы етәкселәренең генә ҡулынан килмәҫ ине, әгәр эргәбеҙҙә дәүләт мәнфәғәттәренән, ауылдаштарыбыҙҙың тормошон еңеләйтеү уйынан сығып фекер йөрөтөүсе, тәүәкәл, булдыҡлы яҡташтарыбыҙ булмаһа... Базытамаҡ ауыл Советы биләмәһе башлығы Илфат Закиров беҙҙе ошо ауылдың “тиктормаҫ, тынғыһыҙ (башҡаларға ла тынғы бирмәҫ), тыуып үҫкән төбәген иң йәмлеһе, иң шәбе итеп күрергә хыялланған” старостаһы менән таныштырҙы. Халыҡ ниндәй генә уңған,булдыҡлы булмаһын, уның әйҙәүсеһе, дәртләндереүсеһе , илһамландырыусыһы ла булырға тейеш шул. “Тап ошондай әүҙем, булдыҡлы шәхестәр бөгөн юл ярып алдан йөрөй. Уларға таянырға, иңдәренә иң ҙур йөктө лә ышанып һалырға була. Шундай яуаплы илһөйәр һәм ерһөйәрҙәр йәшәйешебеҙҙе күркәмерәк, йәмлерәк итеү өсөн янып йәшәй”, – ти Илфат Рифат улы. Радик Мөғтәсим улы Хәйретдинов, ысынлап та, бик тиҙ аралашыусан, ихлас, йор һүҙле уҙаман булып сыҡты. Халыҡ ундай етеҙҙәрҙе “еңел һөйәкле” тип тә йөрөтә. Кешеләрҙе үҙенә йәлеп итеү, уйы менән башҡаларҙы ла ҡабыҙа белеү һәләте ярылып ята ауыл старостаһында. Заманында ул Себер яҡтарында водитель, хәрәкәт хәүефһеҙлеге бүлеге хеҙмәткәре, Ямал юл-транспорт участкаһы начальнигы булып эшләгән. – 1986 йылда колхозда бригадир булып эшләгәндә техника ла, ҡырсын- ҡомо ла етерлек ине. Ауылдың өс урамын һәм тыҡрыҡтарын төҙөкләндереп, ауылдаштарҙың рәхмәтен алдыҡ. Төҙөк юлдар ауыл халҡына йәшәү өсөн ҙур уңайлыҡтар тыуҙыра, яҡшы шарттар булған ерҙән кемдең ситкә киткеһе килһен, – тип әңгәмәгә ҡушылды Радик Зарипов. – Себер тарафтарында байтаҡ ҡына эшләгәндән һуң 2017 йылда ауылға ҡайтырға ҡарар иттем. Нисек кенә яҡшы булмаһын ситтә, һағындыра тыуған ер. Ҡайттым... Йәм юҡ ауылда. Сейәле-Әтәстең ҡарауһыҙ, ташландыҡ хәлгә төшөүе, алға китеш булмауы күңелде ныҡ ҡырҙы. Бер нисә ауылдаш менән һөйләшеп, кәңәшләшеп алғас, тәүҙә эште мәсетте төҙөкләндереүҙән башларға булдыҡ. Ремонтланыҡ, йылылыҡ үткәрҙек, кәрәкле йыһаздар алдыҡ. Мулланы һайлап ҡуйыу менән уны Ҡазанға хәҙрәтлеккә уҡырға ебәрҙек. Аҙаҡ зыяратты тәртипкә килтереүгә тотондоҡ.Ҡоймаланыҡ, йыйнаҡ ҡына өй ултыртып ҡуйҙыҡ, ул эшселәр өсөн дә ҡулай, эш ҡоралдары һаҡлау өсөн дә яйлы булды. Клуб булмаған ауылдың йәне лә, йәме лә юҡ. Халыҡ менән кәңәшләшеп, Урындағы башланғыстарға булышыу программаһына ҡушылырға , элекке балалар баҡсаһы бинаһын үҙгәртеп ҡорорға ҡарар иттек. Дәртләнеп китеп, музыка ҡоралдары, сәхнә костюмдар алдыҡ. Ошо уҡ бинала урынлашҡан фельдшер-акушерлыҡ пунктындағы уңайһыҙлыҡтар, хатта ҡул йыуырға мөмкинлек булмауы йәнде ныҡ көйҙөрә ине. Тағы ла ауылдаштарым менән кәңәшләшеп, изге эшкә аҡса йыйҙыҡ, һыу йылытҡыс ҡуйҙыҡ, батареяларҙы алыштырҙыҡ. Оҙаҡламай ауылда модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуы үҙе оло байрам буласаҡ, – тип һөйөнөсөн йәшермәй Радик Хәйретдинов. “Үҙегеҙ генә түгел, ауылдаштарығыҙ ҙа бик етеҙ, сос икән, аҡсаны ла тиҙ генә йыя һалып, йәһәт кенә эшкә тотонаһығыҙ. Халыҡ һеҙҙең менән һәр саҡ килешәме һуң?” – тигән һорауға ла тулы яуап алдыҡ. – Ауылдың көсө – берҙәмлектә. Ғүмер баҡый халыҡ бер-береһенә ярҙам итешеп, өмәләрҙә ҡатнашып донъя көткән. Йәмле ауылдың тартыу көсө ҙур.Үҙебеҙ өсөн эшләйбеҙ бит. Быйыл батырҙарыбыҙҙың данын һаҡлау, исемдәрен мәңгеләштереү буйынса ауыл Советы менән берлектә ҙур эштәр башҡарылды. Иҫке Нәдир, Сейәле-Әтәс, Әнәс ауылдарында яңы обелисктар асылды. Яҡташыбыҙ Эмма Әхмәтова Иҫке Нәдирҙәге иҫтәлекле обелискты төҙөүҙә матди ярҙам күрһәтте. Базытамаҡтағы мемориалға капиталь ремонт яһалды. Ҡаһармандарыбыҙҙың рухы алдында йөҙөбөҙ яҡты, тип ҡәнәғәтләнеү тойғоһо кисерәм. – Ауылдаштарығыҙ һеҙҙең бер эшкә тотонһағыҙ, уның осона сыҡмайынса туҡтамағанығыҙҙы һәм башҡаларға ла тынғы бирмәгәнегеҙҙе яҡшы белә. Базы йылғаһы аша бер юлы ике күпер һалыуға нисек өлгәштегеҙ? – Бөтә хикмәт халыҡтың теләгендә һәм берҙәмлегендә. Беҙ һеҙҙең менән бына тигән күркәм, оҙаҡ йылдар кешеләргә хеҙмәт итәсәк “Зәкиә күпере” аша үттек. Ул Сейәле-Әтәс халҡы өсөн яңы мөмкинлектәр аса, ярымутрауға тура сығып, еләк-емеш, дарыу үләндәре йыйырға була. Күпер һалыу ниәте менән бөгөн сит тарафтарҙа йәшәһә лә, уйы менән тыуған яғынан айырылмай йәшәгән Зәкиә Мәхмүтйәнова мөрәжәғәт итте. Ауыл Советы башлығы Илфат Рифат улы менән һөйләшеп, урынын билдәләнек, район хакимиәте менән кәңәшләшеп килештек. Спонсорыбыҙ төҙөлөш материалдары менән тәьмин итте, ауылдаштарыбыҙ күперҙең конструкцияһын иретеп йәбештереү эшен башҡарҙы, кран менән күтәртеп урынына ултыртты, кемдер буяны, кемдер тирә-яғын тәртипкә килтерҙе. Халыҡ уны “Зәкиә күпере” тип йөрөтә, ауылдашыбыҙ бындай хөрмәткә хаҡлы. Базы йылғаһы аша һалынған икенсе күперҙе төҙөүҙә эштең башынан аҙағына тиклем йөрөгән яҡташыбыҙ Дәниф Ситдиҡовтың роле ҙур булды. Шуға уны “Дәниф күпере” тип атау дөрөҫ булыр. Иҫке күпер яҙғы ташҡында аға ла китә, ә ул зыяратҡа барыусылар, автомобилдә йөрөүселәр өсөн мөһим. Тәүҙә күпме материал кәрәклеген, күпмегә төшөү ихтималлығын иҫәпләнем. Ата-бабалар һайлаған урында туҡталдыҡ. Былтыр көҙ тимер конструкцияларын әҙерләнек, быйыл февралдә уны свайҙарға ултырттыҡ. Яҙын иҙәнен йәйҙек, нығыттыҡ. Ауыл чатында тиҙ генә һөйләшеп,бөтә эште кәңәшләшеп башҡарҙыҡ. Проектта ҡатнашыусы әүҙем ауылдаштырыбыҙ район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Күперебеҙ Сейәле-Әтәс халҡын оҙаҡ йылдар шатландырасаҡ әле! – Ауыл старостаһын борсоған мәсьәләләр бармы? – Донъя булғас, эш-көш етерлек, мәшәҡәттәр көн һайын тыуып торорға тейештер, моғайын. Бары ҡул ҡаушырып ултырмаҫҡа, һәр береһен ваҡытында хәл итергә тырышырға кәрәк. Ауылдаштар менән шишмәләрҙе, уларҙың ҡушылдыҡтарын таҙартыу, төҙөкләндереү эшен әле лә дауам итәбеҙ. Ауыл Советына ҡараған тораҡтарҙағы өйҙәрҙең һәр береһендә крандарҙан шишмә һыуы аға, тип ғорурлана алам, – ти Радик Мөғтәсим улы – Әлеге ҡатмарлы сәйәси, иҡтисади шарттарҙа махсус операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә гуманитар йөк туплау, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү мөһим бурыстарыбыҙҙың береһе булып ҡала. Был йәһәттән дә һыр бирмәйбеҙ, Сейәле -Әтәс үҙенең батырҙарын онотмай, һәр береһен еңеү менән ҡотлап, ҡолас йәйеп ҡаршыларға яҙһын, тип теләйем. Ниндәй генә ауырлыҡтарға, үҙгәрештәргә юлығырға тура килмәһен, ауыл үҙ көсө менән йәшәргә, берҙәмлеге менән башҡаларға өлгө булырға ынтыла. Бәләкәй ауылда ла оло эштәргә юл һалырға мөмкин. Динә Арыҫланова. Илеш районы. Сейәле-Әтәс ауылы старостаһы Радик Хәйретдинов менән Базытамаҡ ауыл Советы башлығы Илфат Закиров “Дәниф күпере”ндә. “Зәкиә күпере”. Резеда Шәңгәрәева фотолары.