Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ләйсән Үтәшева өсөнсөгә әсәй булырға ниәтләй

Данлыҡлы яҡташыбыҙ, телевидение алып барыусыһы Ләйсән Үтәшева күптән түгел биргән интервьюһында өсөнсөгә атай-әсәй булырға теләүҙәре тураһында белдергән. – Мин дә өс балам булыуын теләйем. Софиям әҙер няня инде хәҙер. Беҙ һәр ваҡыт өс бала булыуын теләнек, әммә минең һаулығым артыҡ һәйбәттән булманы. Күп ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы кеүек минең дә икенсе баланан һуң байтаҡ мәшәҡәттәр барлыҡҡа килде, гемоглобин төштө. Мин ауырға ҡала алыр инем, әммә дауаланырға кәрәк булды – 3-4 йыл тимерҙе күтәреүгә китте, әммә ул кире төштө. Сәбәбе нимәлә булыуын эҙләнек. Унда тотош “гөлләмә”. Өҫтәүенә эшкә бирелдем. График та табиптар талап иткәнгә тура килмәй ине. Әле ошо хаҡта етди уйлайбыҙ. Әгәр тәбиғи юл менән килеп сыҡмаһа, ауырға ҡала алмауымды аңлаһам, ЭКО һәм суррогат әсәлек тураһында уйлаясаҡмын. Әммә әле ышанам – быға күп көс һалабыҙ, табиптарым да һәйбәт, - тигән Ләйсән. Фото: Л. Үтәшеваның социаль селтәрҙәге битләүенән.