21:00 сәғәттә урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын һайлауҙа тауыш биреү тамамланды, бөтә һайлау участкалары уға йомғаҡ яһау өсөн ябылды. Һайлау бюллетендәренә 652 кандидат, шул иҫәптән 13 МХО-ла ҡатнашыусыһы индерелгән. Улар “БЕРҘӘМ РӘСӘЙ”, КПРФ, ЛДПР, ҒӘҘЕЛ РӘСӘЙ – ХӘҠИҠӘТ өсөн, “ЯҢЫ КЕШЕЛӘР”, “Граждандар Платформаһы”, “ЯБЛОКО” сәйәси партияларының һәм “РӘСӘЙ ТЕРӘГЕ” йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәләре тарафынан тәҡдим ителгән, 34 кандидат һайлауҙа үҙ-үҙен күрһәтеү тәртибендә ҡатнашҡан. Һайлауҙарҙы ойоштороу һәм үткәреү менән 48 территориаль һәм 256 участка һайлау комиссияһы шөғөлләнде. Киләһе этап– тауыш биреү йомғаҡтарын билдәләү процедураһы. Рәмилә МУСИНА фотоһы.