Һәйбәт ҡәйнә икенсе әсәй кеүек. Серҙәшеңә, ярҙамсыңа, дуҫыңа әйләнә ул. Ә инде балаларыңа яҡшы өләсәй булып, был яҡтан да йәштәргә ярҙам итеп торһа, ул алтынға бәрәбәр. Зәлифә лә тәүҙә ҡәйнәһенән бик уңдым тип уйлай ине. Ул киленен ғаиләгә киң ҡолас менән ҡаршы ала. Йәштәрҙең йәшәр урыны булмағас, уларҙы үҙ өйөнә ҡабул итте. Өс бүлмәле иркен фатирҙа һәр кемгә урын етте. Күптәр Зәлифәгә ҡәйнә менән бергә йәшәү мөнәсәбәттәрҙе боҙасаҡ тип ҡурҡытһа ла, барыһы ла яҡшы булды. Аҡыллы ҡәйнә килененә хужабикә булырға рөхсәт итте, аш-һыу бүлмәһендә уға ҡыҫылманы, ярҙам кәрәкһә, баш тартманы. Биш йыл бик татыу йәшәгәндән һуң Зәлифә ауырға ҡалды. Буласаҡ сабыйға өсөһө лә ихлас ҡыуанды, айырыуса пенсияла өйҙә ултырған ҡәйнә шатланды. Йәштәрҙән дә нығыраҡ көтә башланы бәпесте. Ә бына туптай малай тыуғас, проблемалар башланды. Ҡәйнә тәүге көндән сабыйҙың янынан бөтөнләй китмәне. Төндә уянһа ла, иң беренсе янына ул йүгерҙе, уңайы сыҡҡан һайын бәпесте ҡулына алды. Йәш әсә балаһын операция ярҙамында тап