Күптәр ҡандағы шәкәр кимәлен нисек төшөрөргә белмәй, төрлө дарыуҙар эсә. Ә бит бында ярҙамға тәбиғәт үҙе килә. Ни бары белеп файҙаланырға ғына кәрәк. Хәл бөтөү, ауыҙҙа ҡоролоҡ, ваҡ яраларҙың оҙаҡ уңалыуы, аппетит күтәрелеүе, күреү һәләте насарайыуы – барыһы ла ҡанда глюкоза кимәленең юғары булыуы тураһында һөйләй. Ҡандағы шәкәр кимәлен кәметә алған аҙыҡ-түлектең береһе – ҡабаҡ орлоҡтары. Уларҙа файҙалы матдәләр бик күп! Орлоҡтарҙа күп күләмдә тимер бар, ул ҡан тамырҙарын нығыта һәм ҡан составын яҡшырта. Һөҙөмтәлә, йөрәк продуктив эш өсөн кәрәкле бөтә нәмәне ала. Шулай уҡ ҡабаҡ орлоҡтары тире торошона ыңғай йоғонто яһай һәм һытҡыларҙы бик яҡшы иҫкәртә. Көн һайын ҡабаҡ орлоҡтарын ҡулланыу шулай уҡ ҡандағы шәкәр кимәлен кәметеүгә булышлыҡ итә. ИНГРЕДИЕНТТАР: 150 г таҙартылған ҡабаҡ орлоҡтары, һыу, 1/2 сәй ҡалағы корица (хуш еҫ өсөн), 45 финик. ӘҘЕРЛӘҮ: Орлоҡтарҙы һигеҙ сәғәткә һыуға һалабыҙ. Һыуҙы түгеп, орлоҡтарҙы блендерға һалығыҙ. дүрт стакан һыу өҫтәгеҙ һәм бөтәһен дә яҡшы итеп туҡығы