Ул социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә халыҡтың өмәгә сығыуы тураһында видеояҙма менән уртаҡлашты һәм ошо айҡанлы яҙма ҡуйҙы. “Вечный зов” фильмы бар. Төрлө милләт, дин кешеләре араһында дуҫлыҡ тураһында күп һөйләргә йәки Матрайҙа йәшәп кенә ҡарарға мөмкин. Бында төрлө милләт кешеләре дуҫ. Ҡасандыр бергәләп сиҙәмде үҙләштергәндәр, совхозды күтәргәндәр һәм был дуҫлыҡты хәҙерге көнгә тиклем алып килеп еткергәндәр. Мәҫәлән, Матрайҙа ошондай иғлан яҙып элеүҙәре мөмкин: "Ҡәҙерле ауылдаштар, бөгөн, 13 сентябрь, христиан зыяратын картәләүгә өмәгә саҡырабыҙ. Матрай ауылы. Үҙегеҙ менән инструменттар алыуығыҙ һорала” – һәм уны бөтә рустар ҙа аңлар һәм килер. Күп башҡорттар, шулай уҡ башҡа милләт кешеләре, бөгөн урындағы башланғыстар саралары эсендә христиан зыяратын кәртәләй. Хәҙер башҡа урындарҙа йәшәгән күп кенә яҡташ, хөрмәтле ветерандарыбыҙ килде. Дуҫлыҡ һәм үҙ-ара ярҙам итешкән өсөн барыһына ла ҙур рәхмәт әйтке килә”, – тип яҙҙы ул. Фото: видеонан скриншот. Сығанаҡ: https://vk.com/wall587737584_14015