Яугирҙарҙың яҡындарын ярҙамһыҙ ҡалдырмайҙар. Мәндәғол ауылында МХО яугирҙарының яҡындарын иғтибарҙан өҙмәйҙәр. - Ауылдың әүҙем кешеләре менән МХО ла батырҙарса һәләк булған ауылдашыбыҙ Иманғолов Азаматтың һәм әлеге мәлдә махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеп йөрөүсе Иманғолов Линарҙың атаһы Зәбир Йосоп улының картуфын дәррәү генә барып ҡаҙып ҡайттыҡ. Зәбир ағайҙың ҡыуанып ҡалыуын күреү бик шатлыҡлы булды. Өмәселәрҙе бик тәмле ашы менән дә һыйланы әле ул. Гел шулай берҙәм булайыҡ, ауылдаштар, - тип хәбәр итәләр Мәндәғол ауыл клубы төркөмөндә.