Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Кеше араһында бер йәшлек балаһын туҡмаған

Благовещен районы һәм ҡалаһы буйынса мировой судья бәлиғбулмаған балаларын тәрбиәләү бурысын тейешенсә башҡармаған һәм балаларға аяуһыҙ мөнәсәбәттә булған (РФ Енәйәт кодексының 156-сы статьяһы) әсәнең енәйәт эшен тикшерә. Башҡортостан Прокуратураһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әсә бер йәштән 15 йәшкә тиклемге алты баланы тейешенсә тәрбиәләмәй һәм иҫерткес эсемлектәр менән мауыға, балаларын йыш ҡына ҡараусыһыҙ ҡалдыра. Тәфтишселәр белдереүенсә, улар насар хәлдәге фатирҙа йәшәй. Бынан тыш, Прокуратура аңлатыуынса, быйыл июндә әсә йораты кибет эргәһендә коляскала ятҡан бер йәшлек ҡыҙына бер нисә тапҡыр һуҡҡан. Фото: социаль селтәрҙән.