“Әсәй, әйҙә паркка инеп сығайыҡ! Тағы ла батутта һикергебеҙ килә”, - балалары үтенгәс, Гөлсинә майҙансыҡҡа йүнәлеп, туңдырма алды ла ғәзиздәренең шау-гөр килеп уйнағанын күҙәтә башланы. Эш мәңге бөтмәй ул, ә ул-ҡыҙҙарыбыҙҙың бала сағы “һә” тигәнсе үтер ҙә китер. Емәһә көн дә бөгөн иҫ киткес матур. “Аҙраҡ ултырайыҡ та ҡайтырбыҙ. Рәсүл ҡайтыуына бәлеш тә һалырға кәрәк”, - тип уйланы ҡатын. Шулай бәхетле йылмайып, тирә-йүнде күҙәтеп ултырған мәлдә ҡарашы туҡталып, терт итеп ҡалды Гөлсинә. Ҡаршыһына элекке әхирәте Зилә килә ине. Нисә йыл күрешмәгән бит улар. Үҙгәргән... Ҡасандыр сибәрлеге менән күптәрҙе һоҡландырған әхирәтеме һуң был? Йөҙөн һырҙар “биҙәй”, ябыҡҡан, күҙҙәрендәге элекке нур ҙа юҡ. Һикереп торо, уның ҡаршһына йүгергеһе лә килеп китте Гөлсинәнең. Тик шунда уҡ яҡын кешеһенең ҡылыҡтары арҡаһында ҡасандыр тормошоноң пыран-заран килеүе иҫенә төшө, ул көндәргә әйләнеп ҡайтҡандай булды ҡатын. ... Кейәүгә иртә сыҡты Гөлсинә. Педагогия колледжын тамамланы ла, тыуған районына ҡайтып, хеҙмәт юлын балалар баҡсаһында башланы. Әхирәте Гүзәлдең туйында Юнир менән таныштылар. Дуҫлыҡтары мөхәббәткә әүерелде. ЮХХДИ хеҙмәткәре булған Юнир көслө рухлы, шаян булыуы менән Гөлсинәнең иғтибарын яуланы. Сәскәләр, бүләктәр, татлы һүҙҙәр ҙә үҙенекен итте – осрашҡандарына ярты йыл да үтмәне, егет аҡыллы, һөйкөмлө ҡыҙға тәҡдим яһам, гөрләтеп туйҙар үткәреп, матур итеп йәәшәй башланы йәш ғаилә. Бер аҙҙан йәм өҫтәп ҡыҙҙары Самира донъяға килде. “Бәхет – ғаиләле булыуҙа, балалар үҫтереүҙә икән”, тип яҙмышы өсөн рәхмәтле булып, һөйөнөп йәшәне Гөлсинә. Ә бына әхирәте Зиләнең тормошҡа булған ҡарашы айырыла ине. Ул да уҡытыусыға уҡып сыҡты. Тик балалар уҡытып үҙ-үҙемде бөтөрөргә донъяға ике тыумағанмын, тип, кәрәҙле телефондар һатыу салонында эшләүҙе хуп күрҙе. Ҡушы кейенеп, тәмле ашап, күңел асырға яратҡан ҡыҙ егеттәре күп булһа ла, кейүгә сығырға ашыҡманы. “Эй, әхирәткәйем, бигерәк иртә башлайһың ғаилә тормошон. Йәш ғүмереңде балалар ыштанын йыуып, төн йоҡоларыңды йоҡлмай үткәргең киләме?” – тип Юнирға кейәүгә сыҡмаҫҡа ла өгөтләгәйне ул. Шулай ҙа Самира тыуғас, уны ҡарашырға йыш килеп йөрөнө, ярҙам итте. Икеһе ике төрлө булһа ла, бер-береһенә ныҡ яҡын ине улар. Тик яҙмыш көтмәгәндә боролош ала шул. Кем уйлаһын әхирәте менән хәләл ефете араһында ғишыҡ осҡондары ҡабыныр тип? Ике йәшлек ҡыҙҙары ауырып, дауаханаға эләкте Гөлсинә. Уколдарҙың береһе дауаханала булмай сыҡты. Өйҙә бар ине лә бит, тик Юнир телефонын алмай. Эше ҡатылыр, тип уйланы ҡатын, ҡыҙын күрше палаталағы танышып, дуҫлашып өлгөргән ҡатын янына ҡалдырҙы ла такси менн өйөнә ҡайтып килергә булды. Ишек төбөндә Зиләнең аяҡ кейемен күреп, аптыраны. Ә инде ире менән икәүһен үҙҙәренең йоҡо бүлмәһендә күргәс, аяҡ аҫтындағы иҙән убылғандай булды.... Ошоноң менән йәш ғаилә тарихы тамамланды. Тауыш ҡуптарманы Гөлсинә. Бер-ике аҙна ата-әсәһендә торғас, яңы тормош башларға ти Өфөгә юлланды. Балалар баҡсаһына эшкә керҙе, ҡыҙын да ошонда йөрөтә башлан. Үткән тормош, йөрәкте өҙгөс хыянат тураһында уйламаҫҡа тырышты ул. Үҙен тулыһынса ҡыҙна һәм эшенә бағышланы. Эшләгән төркөмөндә 3 йәшлек Мансурҙы айырыуса яратты ҡатын. Уны ни эшләптер гел атаһы килеп алып йөрөй ине. Мансур гел иң аҙаҡҡы булып ҡала торғайны. Шунда ҡыҫып-ҡыҫып ярата ине кескәй сабыйҙы тәрбиәсе. Бер мәлдә шулай ғәҙәттәгесә малайҙы атаһы киле алғас, эш урынынан улар менән бергә сыҡты. Баҡтиһәң, улар бер тирәлә йәшәй икән. Шуға көн һайын Гөлсинә менән Самираны машинаһына ултыртып алып ҡайта башланы ир. Гөлсинә тәүҙә уңайһыҙланһа ла, һуңынан ипле генә һөйләшкән, асыҡ йөҙлө Рәсүлгә асыла башланы. Уның да яҙмышы бик ҡатмарлы - ҡатыны бәпес тапҡан ваҡытта вафат булған ик ән... Бер мәлдә Рәсүл ял көнөн бергә уҙғарырға, Самира менән Мансурҙы күңел асыу паркына алып барырға тәҡдим итә. Бик күңелле уҙғаралар ваҡытты, ошо көндән һуң Рәсүл менән Гөлсинә бер-береһенә битараф булмауын аңлай. Бер аҙҙан никахлашып, бергә йәшәй башлайҙар. Яҙмыш һынауҙарн үткән ике яралы йөрәк бер-береһенең ҡәҙерен белеп, араларындағы һөйөү, ихтирам хистәренә тап төшөрмәҫкә тырыша. “Яҙмышымда Рәсүл менән осраштырғаныңа рәхмәт, Аллаһы Тәғәлә. Балаларыбыҙҙың, үҙебеҙҙең бәхетебеҙ ғүмерле булһын”, - тип йыш ҡбаталай ҡатын. .... Зилә әхирәтен күргәс, тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. “Их, ниңә ген керҙем һуң әле был паркка?Хәйер, бәлки, һөйләшеп, аңлашырбыҙ”, - ти уйланы һәм бар ҡыйыулығын йыйып, Гөлсинә янына килде ул. - Сәләм, Гөлсинә. - Һаумы, Зилә. - Минең менән һөйләшкең килмәйҙер, әлбиттә. Тик барыбер тыңла әле, бәлки, күңелем бушар... Тәүҙә барыһы ла яҡшы кеүек ине. Һинең алдыңда ғәйебем ҙур булыуын аңлаһам да, иң мөһиме беҙ Юнир менән бер-беребеҙҙе яратабыҙ бит, мөхәббәт барыһын да аҡлай, ти уйланым. Тик уның мине яратыуы икеле булыуын һуңыраҡ барып етте. Юнир ришүәт алыуҙа ғәйепләнеп, эшһеҙ ҡалды. Суд булды, ярай әле штраф менән генә ҡотолдо. Был ваҡиғанан һуң төшөнкөлөккә бирелде, һыра күтәрә лә ҡайта ине. Ә эсеп алһа, мине йәберләй башлай. Кәмһетеүҙәренә, түбәнһетеүҙәренә түҙә алманым, әйберҙәремде йыйҙым да сығып киттем. Бер аҙҙан Юнирҙы ла Себер тарафтарында эшкә урынлашҡан, тип ишеттем. Кредитҡа машина алған инек. Кредит – миндә, ә машина уның исемендә. Хәҙер бер нисә ай кредитын түләмәй... Ай һайын 15 мең һумды мин нисек түләгә тейеш? Коллекторҙар шылтыратып теңкәмә тейә. Ярай инде, миңә барыбер оҙаҡ йәшәргә ҡалманы инде... – Гөлсинәнең аптырау һәм һорау тулы ҡарашын күреп, артабан дауам итте ҡатын. – Ашҡаҙанымда яман шеш таптылар. Байтаҡ ҡына ауыртып йөрөнө, ҡапыл ныҡ итеп ябыҡтым, тик дауаханаға барыуҙы кисектере килдем. Табипҡа мөрәжәғәт иткәндә һуң ине инде. Күп булһа, ярты йыл ғүмерем ҡалғандыр... Кисерә алһаң, кисер мине, Гөлсинә. Бәхет ул үҙеңде генә ҡайғыртып йәшәү түгел, ә башҡаларға хәстәрлек күрһәтеүҙә, күңел йылыңды биреүҙә, ниндәй осраҡта ла кеше булып ҡалыуҙа икәнен һуң аңланым шул. Ғаиләңде һаҡла, әхирәт. Минең кеүектәрҙән һаҡла... Эйе, әҙәм балаһы хаталарһыҙ йәшәй алмай шул. Ошо ҡыҫҡа ғына ғүмерҙә насар уйҙарға һәм ҡылыҡтарға теләгебеҙ ҙә, ваҡытыбыҙ ҙа булмаһын, һуңынан үкенерлек итеп йәшәргә яҙмаһын ине лә бит... Эльнара ШАЙМАРҘАНОВА. Автор фотоһы.
“Әсәй, әйҙә паркка инеп сығайыҡ! Тағы ла батутта һикергебеҙ килә”, - балалары үтенгәс, Гөлсинә майҙансыҡҡа йүнәлеп, туңдырма алды ла ғәзиздәренең шау-гөр килеп уйнағанын күҙәтә башланы. Эш мәңге бөтмәй ул, ә ул-ҡыҙҙарыбыҙҙың бала сағы “һә” тигәнсе үтер ҙә китер. Емәһә көн дә бөгөн иҫ киткес матур. “Аҙраҡ ултырайыҡ та ҡайтырбыҙ. Рәсүл ҡайтыуына бәлеш тә һалырға кәрәк”, - тип уйланы ҡатын. Шулай бәхетле йылмайып, тирә-йүнде күҙәтеп ултырған мәлдә ҡарашы туҡталып, терт итеп ҡалды Гөлсинә. Ҡаршыһына элекке әхирәте Зилә килә ине. Нисә йыл күрешмәгән бит улар. Үҙгәргән... Ҡасандыр сибәрлеге менән күптәрҙе һоҡландырған әхирәтеме һуң был? Йөҙөн һырҙар “биҙәй”, ябыҡҡан, күҙҙәрендәге элекке нур ҙа юҡ. Һикереп торо, уның ҡаршһына йүгергеһе лә килеп китте Гөлсинәнең. Тик шунда уҡ яҡын кешеһенең ҡылыҡтары арҡаһында ҡасандыр тормошоноң пыран-заран килеүе иҫенә төшө, ул көндәргә әйләнеп ҡайтҡандай булды ҡатын. ... Кейәүгә иртә сыҡты Гөлсинә. Педагогия колледжын тамамланы ла, тыуған районына ҡайтып,