Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
"Урал" гәзите

Тауыш биреү башланды Бөгөн, 14 сентябрҙә, Берҙәм тауыш биреү көнөндә Белорет ҡалаһы ҡала биләмәһе Советына етенсе саҡырылыш депутаттарын

Тауыш биреү башланды Бөгөн, 14 сентябрҙә, Берҙәм тауыш биреү көнөндә Белорет ҡалаһы ҡала биләмәһе Советына етенсе саҡырылыш депутаттарын һайлайбыҙ. - Һайлау участкалары иртәнге 7-лә барыһы ла үҙ ваҡытында ишектәрен асты һәм тауыш биреүселәрҙе көтә, - тине райондың территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Эльвира КОПЫТОВА. Һайлауҙарҙы ойоштороу һәм үткәреүҙе 11 кешенән торған территориаль һайлау комиссияһы һәм 27 участка һайлау комиссияһы тормошҡа ашыра, уларҙа 353 комиссия ағзаһы эшләй. Әле ҡала һайлау участкаларында тәүге һайлаусыларҙы ҡабул итә башланылар. Белорет ҡалаһы ҡала биләмәһе Советына депутатлыҡҡа бөтәһе 44 кандидат теркәлгән, улар 20 бер мандатлы округ буйынса депутат мандаттары өсөн көрәшә. Ҡалала һайлаусылар һаны 47615 кеше тәшкил итә. Тулыраҡ https://ural-rb.ru/articles/novosti/2025-09-14/tauysh-bire-bashlandy-4386878

Тауыш биреү башланды Бөгөн, 14 сентябрҙә, Берҙәм тауыш биреү көнөндә Белорет ҡалаһы ҡала биләмәһе Советына етенсе саҡырылыш депутаттарын һайлайбыҙ.

- Һайлау участкалары иртәнге 7-лә барыһы ла үҙ ваҡытында ишектәрен асты һәм тауыш биреүселәрҙе көтә, - тине райондың территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Эльвира КОПЫТОВА.

Һайлауҙарҙы ойоштороу һәм үткәреүҙе 11 кешенән торған территориаль һайлау комиссияһы һәм 27 участка һайлау комиссияһы тормошҡа ашыра, уларҙа 353 комиссия ағзаһы эшләй. Әле ҡала һайлау участкаларында тәүге һайлаусыларҙы ҡабул итә башланылар. Белорет ҡалаһы ҡала биләмәһе Советына депутатлыҡҡа бөтәһе 44 кандидат теркәлгән, улар 20 бер мандатлы округ буйынса депутат мандаттары өсөн көрәшә. Ҡалала һайлаусылар һаны 47615 кеше тәшкил итә.

Тулыраҡ https://ural-rb.ru/articles/novosti/2025-09-14/tauysh-bire-bashlandy-4386878