Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Шатлыҡ йәштәре бит ул...

Асҡын районының Гөмбә ауылына Ҡашҡа мәктәбе уҡыусылары класс етәкселәре Данис Фазлетдинов менән бергә, көрәк-биҙрәләрен тотоп, өлкәндәргә ярҙамға килде. Маҡсаттары изге – махсус хәрби операция яугире ғаиләһенә, хеҙмәт ветерандары Нәфҡиә һәм Мөхәррәм Ғилмийәровтарға баҡсалағы картуфтарын ҡаҙып сығарырға булышыу. Ололарҙың шатлыҡтары сикһеҙ. – Күңелебеҙҙә шундай ҙур шатлыҡ! Беҙ өлкәнәйҙек шул, ихаталағы эштәрҙе башҡарырға хәҙер көс етмәй. Бына икенсе йыл инде Ҡашҡа мәктәбе уҡыусылары ярҙамға килә. Былтыр хатта картуфты үҙҙәре ултыртты, үҙҙәре ҡаҙып сығарҙы, – тип шатлыҡтан күҙҙәренә төйөлгән йәштәрен һөрткөләй Нәфҡиә Ғилмийәрова. – Мәктәп директоры Азат Фәйзуллин, Ҡашҡа ауыл биләмәһе башлығы Ринат Ғәләүетдинов беҙҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Беҙ етәкселәргә, ярҙам иткән балаларға бик рәхмәтлебеҙ! Фото: “Аскинская новь” гәзите.