Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Тағы бер иҫтәлекле көн билдәләнәсәк

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың яҡындағы ултырышында депутаттар яңы иҫтәлекле көн булдырыу тураһындағы проектты ҡараясаҡ. – Закон проекты менән Күп балалы ғаилә көнө булдырыу тәҡдим ителә, – тип хәбәр итте Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Уны 21 декабрҙә билдәләү планлаштырыла. Ғәмәлдә йыл аҙағында Башҡортостандың күп балалы ғаиләләрен тәбрикләү беҙҙә традицияға ингән. Йыл һайын ғаилә конкурстары еңеүселәре, Бөтә Рәсәй “Йыл ғаиләһе” призерҙары йыйыла. Ғөмүмән, декабрь айы, Яңы йыл һәм Раштыуа алды булараҡ, ғаилә, өй йылыһы менән ассоциациялана. Яңы байрам төбәктең әлеге мәҙәни традициялары системаһына органик рәүештә инеп китәсәк. Күп балалы ғаиләләр көнө ғаилә институтын нығытыуға, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға һәм күп балалыҡты пропагандалауға булышасаҡ. Фотола һеҙ шундай күп балалы ғаиләләрҙең береһен күрәһегеҙ. Учалы ауылында йәшәгән Ишемғужиндар ғаиләһе күптәр өсөн һоҡланғыс өлгө. Бына күп йылдар инде улар үҙ миҫалында ғаиләнең һәр кем өсөн ышаныслы терәк, алышты

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың яҡындағы ултырышында депутаттар яңы иҫтәлекле көн булдырыу тураһындағы проектты ҡараясаҡ. – Закон проекты менән Күп балалы ғаилә көнө булдырыу тәҡдим ителә, – тип хәбәр итте Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Уны 21 декабрҙә билдәләү планлаштырыла. Ғәмәлдә йыл аҙағында Башҡортостандың күп балалы ғаиләләрен тәбрикләү беҙҙә традицияға ингән. Йыл һайын ғаилә конкурстары еңеүселәре, Бөтә Рәсәй “Йыл ғаиләһе” призерҙары йыйыла. Ғөмүмән, декабрь айы, Яңы йыл һәм Раштыуа алды булараҡ, ғаилә, өй йылыһы менән ассоциациялана. Яңы байрам төбәктең әлеге мәҙәни традициялары системаһына органик рәүештә инеп китәсәк. Күп балалы ғаиләләр көнө ғаилә институтын нығытыуға, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға һәм күп балалыҡты пропагандалауға булышасаҡ. Фотола һеҙ шундай күп балалы ғаиләләрҙең береһен күрәһегеҙ. Учалы ауылында йәшәгән Ишемғужиндар ғаиләһе күптәр өсөн һоҡланғыс өлгө. Бына күп йылдар инде улар үҙ миҫалында ғаиләнең һәр кем өсөн ышаныслы терәк, алыштырғыһыҙ ярҙамсы икәнен раҫлап йәшәй. Эльвира Риф ҡыҙы тормош иптәше Айҙар Рәсүл улы менән 2017 йылдан тәрбиәгә алған балаларҙы ҡарап үҫтерә. Үҙҙәренең өс балаһы ла белем алып, тормошта үҙ урындарын тапҡан. Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.