Серем бар. Уның менән миңә ғүмерем аҙағына тиклем йәшәргә тура килерме икән? Әллә барыһын да һөйләп бирергә лә тыныс күңел менән яңғыҙыма бала үҫтерергәме? Хәлемде ентекләберәк яҙайым. Елбәҙәк, еңел уйлы тип уйлап ҡуймағыҙ. Бәләкәйҙән етди булдым, әсәйем, яңғыҙы үҫтерһә лә, ҡаты тотто. Мәктәпте бөткәнсе клубҡа ла сығарманы хатта. Егеттәр менән институтта уҡығанда ғына дуҫлаша башланым. Үҙемдең ир-атҡа оҡшағанымды ла шул саҡта ғына белдем. Тик уҡыған саҡта егеттәр тураһында уйланманым. Ә бына эшләй башлағас, ғаилә хаҡында фекер йөрөтә башланым. Бер юлы ике егет артымдан йөрөй ине. Улар бер-береһе тураһында белмәне. Икеһе ике төрлө. Илдар - ҡыҙыу холоҡло, үткер, яндырай егет. Нимә эшләһә лә ҡулынан килә. Тик ҡыҙыулығы сәбәпле ҡайһы саҡта уйламаған аҙымдар яһай, кешене рәнйетә. Сәлим иһә - уның киреһе. Үтә тыныс, шым. Шул уҡ ваҡытта етди, төплө, ышаныслы. Икеһе араһында бик оҙаҡ һайландым. Шулай ҙа ғаилә ҡорорға, балалар үҫтерергә Сәлим яҡшыраҡ булыр тигән фекергә килдем. Тик бына Илдар м