Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Әйҙәгеҙ, тиҙ генә торт эшләйек!

Был торт “дамские пальчики” тип атала. Ул бик еңел әҙерләнә һәм ныҡ тәмле килеп сыға. Ҡамыр өсөн: 1,5 стакан һыу 150 грамм аҡ май 1,5 стакан он 6 дана йомортҡа сама менән тоҙ алабыҙ. Крем өсөн: 2 стакан ҡаймаҡ 1 стакан шәкәр ҡомо. Әҙерләү: Сотейник йәки кәстрүлгә һыу, аҡ май, тоҙ һалып плитәгә ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, он һалып тиҙ-тиҙ генә туғыйбыҙ. Тиҙерәк һыуынһын өсөн ҡамырҙы мискә ситенә һылайбыҙ, һыуынғас, йомортҡа һытып бутайбыҙ. Әҙер ҡамырҙы кондитер мешогына һалабыҙ һәм формаға пергамент ҡағыҙы йәйеп, бармаҡ рәүешле итеп һытып сығабыҙ. Мейескә 20-25 минутҡа ҡуябыҙ. Кремды ныҡ ҡына туғыйбыҙ ҙа, әҙер булғас, ҡамырға манып утын өйөмө кеүек итеп өйәбеҙ.Төнгә һыуытҡысҡа ҡуйырға онотмағыҙ, иртән әҙер була. Түҙемһеҙҙәр шунда уҡ ашай һәм шулай уҡ тәмле була.