"Иҫтәлеккә-35!" "Байыш ауылының йөҙөк ҡашы - "Иҫтәлек" халыҡ фольклор ансамбленең 35 йыллыҡ матур юбилейы шаулап-гөрләп үтеп тә китте. Юбилярҙарҙы ҡотлау өсөн Сибай ҡалаһынан "Талир тәңкә", Урғаҙа ауылынан " Ялан" фольклор ансамблдәре килде. Матур бүләктәр һәм музыкаль сәләм алып килгәндәр үҙҙәре менән. Рәйсә Үҙәнбаева хатта шиғыр ижад иткән "Иҫтәлектәргә" арнап. Баймаҡ районының мәҙәниәт бүлеге начальнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлназ Хәлидар ҡыҙы Йыһаншина ансамбль ағзаларына һәм уның ветерандарына Рәхмәт хаты тапшырып, юбилей менән ҡотлап үтте. Шулай уҡ байрамдп Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы Ишмөхәмәтов Илнур Мансур улы ла ҡатнашып, ансамблгә бүләккә конверт тапшырҙы. Ишмөхәмәт ауылының Ағинәйҙәр рәйесе Сәлимова Миңһылыу Шәрифулла ҡыҙы ауыл активы исеменән бүләк тапшырҙы. Был байрамда төрлө йылдарҙа ансамблгә йөрөгән апай-инәйҙәр саҡырылды һәм улар бик матур сығыш яһаны. Алыҫ араларҙы яҡынайтып ҡасандыр ансамблдең баянсыһы булған Мөдәри