Бөгөн танылған педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең мәғариф отличнигы, "Ал да нур сәс халҡыңа!" һәм башҡа күп миҙалдар кавалеры, Темәс ауылының почетлы гражданы Вәлиев Сәлимйән Ғәлләм улы 91-се йәшендә арабыҙҙан китте. Сәлимйән Ғәлләм улын район халҡы тыуған еренең һәм халҡының ысын патриоты, төбәктең мәғариф системаһын үҫтереүгә күп көс һалған педагог һәм директор, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан шәхес, ил ағаһы булараҡ белде һәм хөрмәт итте. Мәрхүмдең тормош юлдашының, балаларының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Бөгөн танылған педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең мәғариф отличнигы, "Ал да нур сәс халҡыңа!" һәм
12 сентября 202512 сен 2025
~1 мин