Сит милләт вәкилдәренең башҡорт тарихы, мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныуын күреү күңелгә айырыуса йылылыҡ өҫтәй. Свердловск өлкәһенең Каменск-Уральский ҡалаһынан килгән Ярослав Островский “Алтын феникс” тарихи фехтование клубына етәкселек итә. Бала саҡтан тарих фәне менән ҡыҙыҡһына. – Тыуған яҡ тарихын өйрәнеп алып киткәс, беҙ йәшәгән тарафтың борон башҡорт ерҙәре булғанын асыҡланым. Был турала күбеһе белмәй. Шулай итеп үҙем өсөн башҡорт тарихын аса башланым, ҡыҙыҡһыныуым көсәйҙе, – ти Ярослав. – Айырыуса хәрби тарих менән ҡыҙыҡһынғас, “Тамға” конкурсына башҡорт хәрби кейемен тегеп алып килергә булдым, – ти. Һөйгән ҡыҙы Екатерина ла егеттең мауығыуҙарын уртаҡлаша. “Башҡорт милли кейеме оҡшай, биҙәүестәрен яратып тағам”, – ти ҡыҙ. Быға ҡәҙәр икәүләп Өфөгә килеп музейҙарҙа йөрөгән, боронғо өлгөләр менән танышҡан йәштәр. Екатерина хатта, элекке башҡорт ҡыҙҙары кеүек, һөйгәненә күндән янсыҡ тегеп бүләк иткән. Үҙҙәре өсөн ят булһа ла, халҡыбыҙ тарихына, мәҙәниәтенә тәрән хөрмәт менән ҡараған рус