Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Студенттарҙың еңеүгә ынтылышы ҙур

9 сентябрҙә Өфөлә, “ГеоСаҡырыу” III халыҡ-ара геология чемпионатына ярашлы, Төҫлө һәм затлы металдарҙың үҙәк ғилми-тикшеренеү геология-разведка институтының кесе ғилми хеҙмәткәре, “Шлих һынауы” ярышының икенсе этабы судьяһы Елизавета Костина Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Геология институтының мәғдән ятҡылыҡтары лабораторияһы мөдире Александр Сначев менән берлектә шлих һынауы буйынса консультация үткәрҙе. Судья коллегияһы вәкилдәре студенттарға ярыштың үҙенсәлектәре тураһында һөйләне, минералдарҙың бинокуляр аҫтындағы монофракцияларын, оптик микроскоп аша алтындың нисек ҙурайыуын күрһәтте. Студенттарҙың ярышҡа әҙерлек кимәле юғары, барыһы ла еңеүгә, яңы белем алыуға ынтыла. Шлих һынауы буйынса ярыш бөгөн, 11 сентябрҙә, була. Унда 38 уҡыу йортонан берешәр вәкил ҡатнаша. Еңеүселәр геология тармағының алдынғы предприятиеларында стажировка үтеү мөмкинлеген ала. Фото: ecology.bashkortostan.ru