Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ауылға мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итергә ярҙам итә

Башҡортостанда ауыл ерендә йәшәп, шунда эшләгән дәүләт һәм муниципаль учреждениелар белгестәренә социаль ярҙам саралары булдырылғаны мәғлүм. Уны күрһәтеү тәртибе республика хөкүмәте тарафынан раҫланған. Ярҙамды шул иҫәптән мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәр ала ала, бының өсөн “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы эшләй. Республикабыҙҙа байтаҡ йәш белгес уның файҙаһын күрҙе лә инде. Әлеге ярҙам сараһы республика етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылды. Уға ярашлы, ауыл еренә эшкә барған йәш белгәестәргә торлаҡ йә машина һатып алырға ярҙам йөҙөнән аҡса бүленде. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 2021–2024 йылдарҙа был дәүләт ярҙамын 150 белгес алған. Бирелгән аҡсаның дөйөм суммаһы 105 миллион һум тәшкил иткән. 2021-2022 йылдарҙа финанс ярҙамы 500 мең һум тәшкил итһә, 2023 йылда уның суммаһы арттырылып, бер миллион һумға барып етте. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Урал аръяғы райондарында йәштәр менән осрашҡан саҡтағы сығышында: “Республикала, шул иҫәптән ауылдарҙа ла, тор

Башҡортостанда ауыл ерендә йәшәп, шунда эшләгән дәүләт һәм муниципаль учреждениелар белгестәренә социаль ярҙам саралары булдырылғаны мәғлүм. Уны күрһәтеү тәртибе республика хөкүмәте тарафынан раҫланған. Ярҙамды шул иҫәптән мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәр ала ала, бының өсөн “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы эшләй. Республикабыҙҙа байтаҡ йәш белгес уның файҙаһын күрҙе лә инде. Әлеге ярҙам сараһы республика етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылды. Уға ярашлы, ауыл еренә эшкә барған йәш белгәестәргә торлаҡ йә машина һатып алырға ярҙам йөҙөнән аҡса бүленде. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 2021–2024 йылдарҙа был дәүләт ярҙамын 150 белгес алған. Бирелгән аҡсаның дөйөм суммаһы 105 миллион һум тәшкил иткән. 2021-2022 йылдарҙа финанс ярҙамы 500 мең һум тәшкил итһә, 2023 йылда уның суммаһы арттырылып, бер миллион һумға барып етте. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Урал аръяғы райондарында йәштәр менән осрашҡан саҡтағы сығышында: “Республикала, шул иҫәптән ауылдарҙа ла, тормош яҡшы булыуы мөһим. Шуға ла планлы рәүештә спорт объекттары, мәҙәниәт йорттары төҙөйбөҙ, йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндерәбеҙ – һеҙгә лайыҡлы эшләргә, тулы ҡанлы итеп йәшәргә, ғаилә ҡорорға, балалар үҫтерергә булышлыҡ иткән инфраструктура булдырабыҙ”, – тигәйне. Республика етәксеһе һүҙҙәрен ҡеүәиләп, шуны әйтергә була: “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” проекты ауылда мәҙәни кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүгә ярайһы булышлыҡ ҡыла. Был балаларға төрлө сәнғәт төрҙәре буйынса талантын асырға ярҙамлашҡан уҡытыусылар килеүендә генә сағылмай. Программа үҫеп килеүсе быуындың, йәштәрҙең ижади мөмкинлектәрен асырға, үҫеүҙәренә булышлыҡ итергә, уңыштарға өлгәшергә ынтылыш уятырға ла этәрә. Тағы бер өҫтөнлөгө – проектта ҡатнашыу шарттарына ярашлы, балалар һәм йәштәр, өлкәндәр өсөн яңы ижади коллективтар ҙа булдырыла. “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы талантлы йәштәрҙе ауылға ылыҡтырыу арҡылы эштең һөҙөмтәлелеген дә арттыра. Башҡортостанда тормошҡа ашырылған проект уңышлылығының сағыу күрһәткесе – уның федераль кимәлдә лә танылыуында. Быйылдан башлап “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” тотош Рәсәйҙә эшләй башланы. Башҡортостанда 2024 йыл өсөн финанс ярҙамы алған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре буйынса түбәндәге һандар күпте һөйләй. Бер миллион һум аҡса 30 белгескә бирелгән. Улар 28 муниципаль һәм ике дәүләт мәҙәниәт учреждениеһында эшләй. Уртаса йәштәре – 29, ә ике иң йәш белгескә – 21 йәш. Бер миллион һумға сертификат алыусылар араһында Салауат районы Торналы күп функциялы ауыл клубында хореограф булып эшләгән Әлиә Алтынбаева бар. Ул тормош юлдашы, шулай уҡ бейеү сәнғәте вәкиле Салауат Әнүәр улы менән ике бала тәрбиәләй. Дәүләт ярҙамын ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн тотонған. Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһын тамамлаған ике йәш белгес 2009 йылда “Янғантау” шифаханаһына эшкә килә, ә 2022 йылдан алып улар Торналыла балалар һәм өлкәндәр бейеү коллективтарына етәкселек итә. Әлиә дәүләт ярҙамын былтыр, 2024 йылда алған. Әлиә Алтынбаева, Салауат районы: – “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы йәш белгестәргә ныҡ ярҙам итә, артабан дәртләнеп эшләүгә көслө этәргес булып тора. Был ярҙамды күбеһе, әлбиттә, йәшәү шарттарын яҡшыртыуға тотона. Йәш ғаиләләргә иң беренсе нимә кәрәк – әлбиттә, үҙ фатирыңмы, йортоңмо булыуы! Дәүләт биргән финанс ярҙамы ошо йәһәттән ауылда йәшәгән, мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән ғаиләләрҙе бәхетлерәк итергә ярҙамлаша. Ауылда мәҙәни тормошто йәнләндереү өсөн шарттар тыуҙырырға кәрәк, һәм әлеге проект тап ошо бурысты атҡарырға булышлыҡ ҡыла. Финанс ярҙамы алыу йәшерәк мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен ҡала, ҙур ҡасабаларҙы ғына эш урыны итеп ҡарамайынса, төпкөлгәрәк килеп эшләй башларға әйҙәй. Бында ла талантлы балалар, дәртле, сәнғәткә ғашиҡ кешеләр күп, уларҙың оҫталығын асып, үҫтереп, ауылда мәҙәни тормошто йәнләндерергә, матур һөҙөмтәләргә өлгәшергә була. Республика етәкселегенә ошондай кәрәкле программаны башлап ебәргәндәре, йәштәргә ярҙам иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт! Шәхсән үҙемдең ғаилә исеменән Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Фәррәх улы Кашаповҡа ла рәхмәт әйткем килә: ул эшемде күреп, хуплап, ошо проектта ҡатнашырға тәҡдим итте. Рәүилә Ғатауллина. Һүрәттә: Әлиә Алтынбаева - "Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре" программаһында ҡатнашып, сертификат алған йәш белгес (фотоһүрәт - шәхси архивтан).