Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

Баймаҡ ҡалаһы хакимиәтенә яңы башлыҡ тәғәйенләнде

Баймаҡ ҡалаһы хакимиәтенә яңы башлыҡ тәғәйенләнде

Кисә Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһе Советы ултырышында депутаттар яңы башлыҡты һайланы. Ике кандидатура ҡуйылды: "УКЖФБ" ЯСЙ-һының техник директоры Ирек Хисмәтуллин һәм "Баланс"ЯСЙ-һының баш инженеры Марат Сәйғәфәров. Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса асыҡ тауыш биреү үткәрелде. Ирек Сәғит улы Хисмәтуллиндың кандидатураһы бер тауыштан хупланды.