Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Башҡортостан туңдырма экспортын арттырҙы

Быйылғы һигеҙ айҙа Башҡортостан сит илгә 100 мең долларлыҡ туңдырма оҙатҡан. Был былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 46 процентҡа күберәк. Дөйөм алғанда, ғинуар-август айҙарында туңдырма экспорты 6,6 процентҡа артҡан. Был хаҡта республиканың Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итә. Сит илдәргә ауыл хужалығы продукцияһы менән тәьмин итеүҙе арттырыу – “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (национальный проект «Международная кооперация и экспорт») милли проектының өҫтөнлөклө маҡсаттарының береһе. Башҡорт продукцияһын төп импортлаусы — Ҡаҙағстан Республикаһы. Һалҡын “тәмлекәс”те сит илдәрҙә һатыу үҫеше тотош илдә лә билдәләнә. «Агроэкспорт» мәғлүмәттәре буйынса, быйылғы ете айҙа Рәсәй экспортҡа 47 миллион долларҙан ашыу суммаға туңдырма оҙатҡан, был былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 37 процентҡа күберәк. Ҡиммәте буйынса иң яҡшы 5 импортер булып Ҡаҙағстан тора, улар 35%, Беларусь (15%), Үзбәкстан (13%), Монголия (10%), Абхазия (7%) тәшкил итә. “Агроэкспорт”тың алдан иҫәпләүҙәре буйынс

Быйылғы һигеҙ айҙа Башҡортостан сит илгә 100 мең долларлыҡ туңдырма оҙатҡан. Был былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 46 процентҡа күберәк. Дөйөм алғанда, ғинуар-август айҙарында туңдырма экспорты 6,6 процентҡа артҡан. Был хаҡта республиканың Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итә. Сит илдәргә ауыл хужалығы продукцияһы менән тәьмин итеүҙе арттырыу – “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (национальный проект «Международная кооперация и экспорт») милли проектының өҫтөнлөклө маҡсаттарының береһе. Башҡорт продукцияһын төп импортлаусы — Ҡаҙағстан Республикаһы. Һалҡын “тәмлекәс”те сит илдәрҙә һатыу үҫеше тотош илдә лә билдәләнә. «Агроэкспорт» мәғлүмәттәре буйынса, быйылғы ете айҙа Рәсәй экспортҡа 47 миллион долларҙан ашыу суммаға туңдырма оҙатҡан, был былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 37 процентҡа күберәк. Ҡиммәте буйынса иң яҡшы 5 импортер булып Ҡаҙағстан тора, улар 35%, Беларусь (15%), Үзбәкстан (13%), Монголия (10%), Абхазия (7%) тәшкил итә. “Агроэкспорт”тың алдан иҫәпләүҙәре буйынса, 2030 йылға Рәсәй туңдырма экспорты 110 миллион долларҙан ашыу булыуы ихтимал. Башҡортостанда иң ҙур туңдырма етештереүсе булып "Башҡорт туңдырмаһы" компанияһы иҫәпләнә. Төбәктә ғинуар-август айҙарында һалҡын деликатес етештереү 4 мең тонна самаһы тәшкил иткән. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, яңыртылған милли проекттар 2025 йылдан алып тормошҡа ашырыла.