Паркта йыш осратам был матур парҙы. Икеһе лә илленән уҙған апай менән ағай йәштәр кеүек етәкләшеп кенә йөрөй, бер-береһенән күҙҙәрен алмай, аралашыуҙары ла үтә йомшаҡ. Былар әллә яңы ҡауышҡан, әллә мөхәббәттәре шул тиклем көслө булып, уны ғүмер буйына еткерә алдылармы икән? Бер көн апай менән яҡындан таныштыҡ. Ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай, мөхәббәт тарихын һораным. Ихлас йылмайып һөйләп бирҙе ул. ...Асияның атаһы бик уҫал була. Әсәһе бер ҡасан да уның һүҙенән сыға алмай, балаларын да шулай итеп тәрбиәләй. Һөҙөмтәлә ҡыҙ шымыҡай, тыйнаҡ, сабыр булып үҫә. Егеттәр менән дә дуҫлашмай. Мәктәпте тамамлап, ҡалаға уҡырға киткәндә, уның тормош тәжрибәһе бөтөнләй булмай. Ятаҡта үҙе кеүек ҡыҙҙар менән йәшәй башлағас, батырлығы арта: шәмбе яҡындағы клубҡа бейеүгә йөрөй башлай. Уның артынан бер егет тә йөрөргә тотонғас, аптырап ҡала. Ул ир-ат менән йүнләп аралаша ла белмәй бит. Холоҡтарын, ҡылыҡтарын бөтөнләй аңламай. Был егет - Илдар - хәрби институтта уҡый. Үҙен әленән хәрбиҙәр кеүек тота: артығын һөй